Все новости
Мәғариф
1 Февраля 2020, 17:20

Ғәҙеллеккә өйрәтә

Элек йығылып ятып уҡыған күп авторҙарҙың ҡәҙере китте, баҡһаң, был яҙыусылар насар булған, власҡа ярарға тырышып яҙған, хатта ҡайһы берҙәре, ҡылыс тотоп, халыҡты ҡырған. Был ҡара исемлектә А. Гайдар ҙа бар. “Тимур һәм уның командаһы”, Р.В.С ,,Чук һәм Гек” был әҫәрҙәр хаҡында замана балаларынан һораһаң, береһе булһа ла был һүҙҙәрҙең нимә аңлатҡанын әйтә алырмы икән?

Элек йығылып ятып уҡыған күп авторҙарҙың ҡәҙере китте, баҡһаң, был яҙыусылар насар булған, власҡа ярарға тырышып яҙған, хатта ҡайһы берҙәре, ҡылыс тотоп, халыҡты ҡырған. Был ҡара исемлектә А. Гайдар ҙа бар. “Тимур һәм уның командаһы”, Р.В.С ,,Чук һәм Гек” был әҫәрҙәр хаҡында замана балаларынан һораһаң, береһе булһа ла был һүҙҙәрҙең нимә аңлатҡанын әйтә алырмы икән? Етмәһә, Аркадий Гайдарҙың ейәне лә 1990 йылдарҙа, байтаҡ эштәр ҡылып, халыҡтың йәнен ала яҙҙы.
Китапты бик тотоп бармай хәҙерге кешеләр, уҡыһа ла Прилепин, Пелевин, Донцова, Акунинды уҡыйҙарҙыр. Әммә былар барыһы ла стереотип икән. Керәүле балалары Гайдар китаптарын һаман булһа уҡый, ундағы пионер-геройҙарҙан өлгө ала. Яңыраҡ Керәүле-Илюшкин китапханаһында, балалар йыйылып, Аркадий Голиковтың әҫәрҙәрен уҡыған, китап геройҙары хаҡында һөйләшкән. Ошондай фекергә килгәндәр: Гайдар китаптары кешеләрҙе ғәҙел, намыҫлы булырға өйрәтә.
Читайте нас: