Ҡышҡы каникулдар мәлендә миңә баш ҡалабыҙҙа уҙғарылған башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаһында ҡатнашырға насип булды. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында үткән телһөйәрҙәр бәйгеһендә республикабыҙҙың район-ҡалаларынан, Силәбе, Ҡурған, Ырымбур өлкәләренән барлығы 408 уҡыусы ҡатнаштыҡ. Өс көн буйына дауам иткән ярышта башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса белемдәребеҙҙе, сәсәнлек һәләттәребеҙҙе һынап ҡараныҡ. Утыҙ өсөнсө тапҡыр ойошторолған быйылғы төбәк-ара бәйге федераль исемлеккә кереүе менән башҡа йылдарҙан айырылып торҙо. Еңеүсе йәки призер булған сығарылыш синыф уҡыусылары уҡырға ингәндә өҫтәмә балдар аласаҡ тинеләр. Республикабыҙ уҡыу йорттары уларға 3-тән 10 балға тиклем өҫтәйәсәк икән. Олимпиадала һынауҙар өс турҙан торҙо. Уҡытыу йүнәлешенә ҡарап эш төрҙәре лә төрлөсә билдәләнде. Мәҫәлән, мин уҡытыу башҡорт телендә алып барылған мәктәптә уҡығас,беренсе турҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән викторина һорауҙарына яҙма яуап бирҙем,ә икенсе турҙа бирелгән темаға инша яҙҙым. Күңелемә яҡын булған "Халҡым яҙмышы - минең яҙмышым " тигән теманы һайланым. Ә өсөнсө турҙа башҡорт телен пропагандалау буйынса проект эшем менән жюри алдында сығыш яһап, яҡланым.Үҙемдең эшемдә башҡорт телен өйрәтеү, һаҡлау, үҫтереү, уны нисек заманса итеү тураһында һөйләнем. Ике көн буйына көсөргәнешле барған бәйгене йомғаҡлап, иң телһөйәр, илһөйәр уҡыусыларҙың исемдәре аталды.Улар араһында минең дә исемем яңғыраны! Ҡыуанысымдың иге-сиге юҡ ине! Сөнки гимназиямдың, уҡытыусыларымдың, ата-әсәйемдең ышанысын аҡланым! Әлбиттә, был минең генә еңеүем түгел, ә иң беренсе сиратта башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Харрасова Филүзә Рәжәп ҡыҙының да өлөшө бик ҙур! Ҙур рәхмәт уға! Һәр ваҡыт уң ҡанатым булған ата-әсәйемә лә сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәремде еткергем килә! Юлыбыҙҙа төрлө ҡаршылыҡтар булһа ла, алдыма ҡуйған маҡсаттарыма ирешеүгә ярҙам иткәндәре өсөн айырыуса рәхмәт!