Все новости
Мәғариф
4 Февраля 2020, 11:45

Тиҙ арала, әүҙем

Керәүле-Илюшкин мәктәбе коридорындағы ҡыйығынан һыу тама башлаған булған.

Керәүле-Илюшкин мәктәбе коридорындағы ҡыйығынан һыу тама башлаған булған. Төҙөлөш материалдарына бюджеттан аҡса алынғас та мәктәп хеҙмәткәрҙәре һәм ауыл халҡы ярҙамында был ҡыйыҡ тиҙ арала яңыртылып ябылып та ҡуйылды.
- Тиҙ арала, әүҙем рәүештә был ҡыйыҡты яңыртҡандары өсөн Керәүле-Илюшкин мәктәбе уҡытыусыларына һәм ауыл халҡына ҙур рәхмәтлемен. Киләсәктә, Алла бирһә, белем усағының спорт залына һәм күсмә коридорына ла капиталь ремонт яһарға планлаштырабыҙ. Бының өсөн 2 млн. һумдан артыҡ аҡсаға проект-смета документтары төҙөлгән дә инде. БР Фән һәм Мәғариф министрлығы тарафынан субсидия алыуға конкурс иғлан ителгәс тә, был конкурста ҡатнашыу өсөн мәғариф бүлегенән заявка ебәреләсәк, - ти мәғариф бүлеге начальнигы Ирина Ибраһимова.

Читайте нас: