Все новости
Мәғариф
7 Февраля 2020, 12:07

Килешеп эшләнә

БР Башлығы Радий Хәбиров, Республика мәктәптәрендә уҡыусыларға Бразилиянан килтерелгән ит ашаталар, тип ризаһыҙлыҡ белдергәйне.

БР Башлығы Радий Хәбиров, Республика мәктәптәрендә уҡыусыларға Бразилиянан килтерелгән ит ашаталар, тип ризаһыҙлыҡ белдергәйне. Бразилия ите ниндәй булһа ла, исмаһам, ит булғандыр, беҙҙең ҡаланың бер мәктәбендә бөтөнләй әллә нәмә бирәләр, тип ялыу яҙғандар БР Башлығы Радий Хәбировҡа. “Һаумыһығыҙ! Күмертау ҡалаһындағы 3-сө БРГИ-ла балаларға иртән шоколад һәм печенье ғына бирәләр. Был ризыҡтарҙы ҡаланың иң арзан, репутацияһы бик шәптән булмаған магазиндан алалар, шул дөрөҫ туҡланыумы? Директор ялыуҙарға иғтибар итмәй. Унда интернат балалары йәшәй, ас йөрөйҙәр. Мәғариф министрлығына күп тапҡыр яҙҙыҡ, Радий Фәрит улы ярҙам итегеҙ инде”.
Был хат буйынса ҡала хакимиәтенән, уҡыу йорто ҡалаға ҡарамай, ә республика ҡарамағына, тигән яуап булды.
Артабан беҙ, был һорауға яуап эҙләп, белем усағының директоры Фәһим Боҫҡановҡа сыҡтыҡ.
- Ата-әсәләр йыш ҡына ашханаға килеп, беҙҙең ашнаҡсылар бешергән ризыҡты үҙҙәре тикшереп, ашап ҡарайҙар. Быға ҡәҙәре бер ҡасан да ризаһыҙлыҡ белдергән кеше булманы, һәр саҡ тәмле ашаталар, тип әйтеп китәләр. Был юлы бер баланың ата-әсәһе килгән ваҡытта уҡыусыларға печенье менән шоколад биргән саҡ тап булған. Нисек шулай булған һуң? Ул көндө беҙҙе тәьмин иткән ойошма алма алып килгәйне. Алмалары серек булғас, алмаштырып килтерегеҙ тип, беҙ уларҙы кире бороп ебәрҙек. Шул саҡта ашнаҡсылар, сәйгә ҡушып эсһендәр тип, балаларға алма урынына печенье менән шоколад биргәндәр. Бындай шоколадтарҙы беҙгә күптән инде алып килмәйҙәр, сөнки уларҙан баш тартҡайныҡ. Ашнаҡсылар элегерәк алынған партиянан ҡалған шоколадты таратҡандары асыҡланды. Ялыу яҙған кешегә печеньеның нимәһе оҡшамай икән, аңламаныҡ. Беҙ үҙебеҙ ҙә өйгә шундай уҡ печенье алабыҙ. Тәме лә, сифаты ла насар түгел.
Шул уҡ шикәйәтсе был көндө балаларға бирелгән эҫе ашты бер ҙә яҙмаған. Ә тәм-том тураһында яҙған. “Светофор” магазинынан алғандармы улар, юҡмы, ҡайҙан беләләр? Килешеү нигеҙендә беҙгә аҙыҡ-түлек килтергән ойошманан продукцияны һәр саҡ тикшереп ҡабул итәбеҙ, әгәр оҡшамаһа, кире борабыҙ. Шулайтмай ҙа булмай, сөнки балаларҙы туҡландырыуҙың үҙ талаптары бар, әйтергә кәрәк, улар бик ҡаты. Ә уларҙың аҙыҡ-түлектәре документ буйынса бар талаптарға ла тура килә.
Аҙыҡ-түлек ҡуйыусы был ойошма менән килешеү февраль аҙағына тиклем төҙөлгән. Аҙаҡ яңы поставщиктарға электрон сауҙа ойоштороласаҡ. Федераль закон шуны талап итә. Кем еңә, шул 1 марттан беҙҙең менән килешеү төҙөп, эшләйәсәк. Үҙ бурыстарына етди ҡараған ойошма еңер, тип өмөтләнәбеҙ.
Буфетыбыҙға ла аҙыҡ-түлекте 3 февралдән мәктәп-ара комбинаты ташый башланы. Ата-әсәләргә ризыҡтың сифаты ла, хаҡы ла оҡшай. Барыһы ла ата-әсәләрҙең үҙҙәре менән килешеп эшләнә, - ти Фәһим Фәрғәт улы.
Читайте нас: