Все новости
Мәғариф
11 Февраля 2020, 11:26

Белем усағыбыҙ гөрләп торҙо

Ҡәҙерле гимназиям 9 февралдә йылдағыса асыҡ ишектәр көнө уҙғарҙы. Һағынып алған белем усағына беҙ, уның оло юлға сығарылған уҡыусылары, дәртләнеп килдек.

Ҡәҙерле гимназиям 9 февралдә йылдағыса асыҡ ишектәр көнө уҙғарҙы. Һағынып алған белем усағына беҙ, уның оло юлға сығарылған уҡыусылары, дәртләнеп килдек. Ветеран уҡытыусы булһынмы, йә студент булһынмы, һәр береһенең йөҙҙәрендә шатлыҡ, һағыныу хистәре сағыла ине. Һөйләшеп бөтмәҫ һүҙҙәр менән белем усағыбыҙ гөрләп торҙо.
Ҡәҙерле уҡытыусыларым, беҙ, һеҙҙең уҡыусыларығыҙ, һеҙгә ҙур рәхмәттәребеҙҙе, йөрәк һүҙҙәребеҙҙе әйтергә килдек тә, тағы таралыштыҡ шул, әммә күңел йылығыҙ, беҙгә булған изгелектәрегеҙ һәр саҡ беҙҙең менән. Ниндәй генә хәлдә лә кеше булып ҡалырға өйрәткән тәрбиәселәр, Ватанға һөйөү, илһөйәрлек тәрбиәләгән уҡытыусыларым менән гимназиямда күрешеп, синыфташтарым менән осрашыу минең өсөн иң ҡәҙерле минуттар. Гимназиям, һин беҙҙе йырлы, моңло, күңелле итеп ҡаршы алдың. Тағы ла килеүегеҙҙе көтөп ҡалабыҙ, тип хушлаштың. Ә беҙ һинең киләсәгеңә уңыштар теләйбеҙ. Ҡунаҡ ашы — ҡара-ҡаршы, ти халыҡ мәҡәле. Һеҙҙең изгелектәрҙе онотмай, ниндәй һөнәр эйәләре булһак та, гимназиябыҙ йөҙө булып ҡалырбыҙ.
Гөлдәриә ҒАЙСИНА,
Башҡорт дәүләт
университеты студенткаһы
Читайте нас: