Все новости
Мәғариф
15 Февраля 2020, 09:00

Ике байрам бер көндә

Шәбағыш мәктәбендә яңы идеялар менән төрлө саралар йыш үткәрелә. Сираттағыһы Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына һәм бөйөк шағир Александр Пушкиндың Хәтер көнөнә арналып ойошторолдо.

Шәбағыш мәктәбендә яңы идеялар менән төрлө саралар йыш үткәрелә. Сираттағыһы Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына һәм бөйөк шағир Александр Пушкиндың Хәтер көнөнә арналып ойошторолдо.
Сараға Күмертау яҙыусылар ойошмаһынан Геннадий Басов, Владимир Пивоваров, шулай уҡ летчик-һынаусы Александр Копейчик, чечен һуғышында ҡатнашыусы Муаед Мәмбәтовтар ҙа килгәйне. Кисәне мәктәп директоры Ирина Ишҡолова асты. Ул бындай тарихи сараларҙың мөһимлеге хаҡында әйтте. Шулай уҡ белем усағындағы А. Пушкин музейы етәксеһе Рафиҡ Әминев та үҙенең ҡыҙыҡлы сығыштары менән барыһын да йәлеп итте.
Байрамды әҙерләп үткәреүсе, башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлнара Ноғоманова уҡыусыларҙы һәм килгән ҡунаҡтарҙы тарихта ҡалған ҡиммәтле мәғлүмәттәр менән таныштырҙы.
Китаптарҙан һәм һүрәттәрҙән торған күргәҙмә лә күҙҙең яуын алды, барыһы ла ҡыҙыҡһынып ҡараны һәм һоҡланды. Артабан да рухиәтте байытҡан, балаларҙың ҡараштары даирәһен киңәйткән саралар йыш үткәрелеп торор Шәбағыш мәктәбендә.
Читайте нас: