"Дистанцион уҡыу өсөн мөмкинлектәре булған балаларҙың барыһы ла ҡайһы бер дәрестәрҙе онлайн рәүештә, ҡайһыларын электрон вариантта аласаҡ. Кемдәрҙең интернеты йә компьютер-телефондары юҡ, улар өсөн мәктәптәрҙә уҡытыу төркөмдәре булдырыласаҡ. Әлеге көндә күп кенә ата-әсәләр балалары өйҙә ултырып ҡына белем алһын өсөн телефон-компьютерҙар алыу менән мәшғүл. Шуға күрә мәктәпкә йөрөп уҡыусыларҙың һаны күпкә кәмер, тип күҙаллайбыҙ», - ти район мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Елена Кирюшина.