Рәис Рузан улы ӘБСӘЛӘМОВ, Р. Солтангәрәев исемендәге Яңы Таймаҫ гимназияһы директоры:
- Беҙҙең гимназияла дистанцион уҡыу бик яҡшы ойошторолдо. Тәүге көндө генә әҙерәк ҡыйыныраҡ булды, һуңынан уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа өйрәнеп алды. Ата-әсәләргә ауырыраҡ, әлбиттә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ваҡытлыса ғына булған был мәшәҡәттәрҙе улар аңлап ҡабул итә, шуныһы ҡыуаныслы. Уҡытыусыларҙың эшен дә аңлап ҡабул итә башланылар. Беҙҙә уҡытыу төрлө формала алып барыла. Онлайн дәрестәр ҙә үткәрелә, электрон һәм ҡағыҙ вариантта ла эштәр бирелә. 134 бала электрон кейс буйынса ВКонтакте һәм Ватсап аша уҡый. Ялсыҡай балаларын ҡағыҙ вариант менән уҡытабыҙ. Аҙнаһына өс тапҡыр дежур уҡытыусы Л.Н. Мәзитова уларға эш тарата һәм эштәрен йыйып ала. Балалар баҡсаһы эшләмәй, сөнки ата-әсәләр өйҙә. Аҙыҡ-түлек наборы график буйынса ауылдарға алып барылып, ата-әсәләргә таратыла. Шулай уҡ аҙна аҙағында күп балалы һәм ОВЗ балалы ғаиләләр район башлығы тарафынан ҡабул ителгән аҙыҡ-түлек наборы аласаҡ.