Все новости
Мәғариф
17 Апреля 2020, 18:00

Барыбыҙ ҙа һынау алдында

Уҡыу йылының һуңғы сиреге уҡытыусылар, уҡыусылар, атай-әсәйҙәр өсөн көтөлмәгәнсә башланды. Коронавирусҡа бәйле сикләүҙәр индерелеүе уҡыу программаһын интернет селтәре аша үҙләштерергә мәжбүр итә. Дистанцион уҡыуҙың икенсе аҙнаһы бара. Аллабирҙе урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусылары ла мәктәп балалары менән дәрестәрҙе алып бара. ZOOM аша кереп онлайн дәрестәр үткәреп кенә ҡалмай, өй эштәрен тикшерә, баланың белемен баһалай. Ошо ҡатмарлы осорҙа ата-әсәнең аңлы ярҙамы бик кәрәк.

Ошондай ҡатмарлы буталсыҡ ваҡытта ла үҙҙәрен ҡулға ала белгән ата-әсәләрҙең булыуы тынысландыра, аҡыллы әҙәплеләр менән эш алып барыуы ла еңелерәк бит. Сәләмәт, именаман булайыҡ. Үҙ-үҙеңде изоляциялау ваҡытын – кешелек алдына ҡуйылған һынауҙы лайыҡлы үтеп сығырбыҙ, - ти Аллабирҙе мәктәбе директоры Сания КУЗБАЕВА.
Тулы материалды гәзитебеҙҙең 31-се һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: