Все новости
Мәғариф
28 Апреля 2020, 14:00

Башҡорттар әле лә алда!

“Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам!” һүҙҙәре акция барышында күптәрҙең девизы булды. Уҡытыусылар һәм уҡыусылар, ата-әсәләр, теләге булған һәр кем башҡорт теленән Халыҡ–ара диктант яҙҙы.

Фотола Зәк-Ишмәт мәктәбенең химия, биология уҡытыусыһы Марьевканан йөрөп эшләүсе Савельева Ирина Петровна ейәндәре менән. Ирина Петровна алдан уҡ диктантҡа теркәлде, әҙерләнде һәм беренселәрҙән булып диктант яҙҙы. Башҡорт теленә ихтирамы һәм иғтибары өсөн уға рәхмәтлемен. Ошо акцияла ҡатнашып телебеҙгә хөрмәт, ейәндәренә өлгө күрһәтте Ирина Петровна. Әйткәндәй, диктантты ул беренсе тапҡыр ғына яҙмай.
Айгөл Гурьянованың хатын гәзиттә уҡығыҙ.
Читайте нас: