Все новости
Мәғариф
12 Мая 2020, 12:40

Һәр саҡ өлгө ул

Әсәйебеҙҙең тырыш хеҙмәттә һәм бәхеттә үткән ғүмере беҙҙең барыбыҙ өсөн өлгө ул.

Бала саҡ йылдарҙы һағынып иҫкә алабыҙ. Ата-әсәй тырышлыҡтары менән тормош етеш, ризыҡтар мул булды: һарайҙа мал-тыуар, йорт тулы ҡош-ҡорт, баҡсала емеш-еләк, йәшелсә уңды. Беҙ уларға рәхмәтлебеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атайыбыҙ Марат Малик улы был донъяла юҡ инде. Әсәйебеҙ 38 йыл эшләп, хаҡлы ялға сыҡты, инде күп йылдар атай нигеҙен ташламай, һаҡлап йәшәүен дауам итә. Был йортта әле лә тормош гөрләп тора: тыуған көндәргә, бәпес туйҙарына, ҡаҙ өмәләренә әсәйебеҙҙең ейән-ейәнсәрҙәрен, кейәү-килендәрен иҫәпләгәндә 34 балаһы йыйыла. Әсәйебеҙ ҡапҡа төбөндә ҡунаҡ ҡаршы алып, оҙатыуҙан бушамай, сөнки ул киң күңелле, йомарт, ярҙамсыл кеше. Аҡыллы кәңәштәре менән беҙҙе бергә туплап, берләштереп йәшәй. Уның ҡулынан килмәгән эше юҡ: тегә, бәйләй, донъяһын бөхтә тота, йәйҙәрен йорто сәскәгә күмелеп ултыра.
Әсәйебеҙҙе уҡыусылары ла онотмай, шылтыратып, килеп хәлен белешеп торалар. Байрам, тыуған көндәре менән ҡотлайҙар, осрашыуҙарға саҡыралар. Ул, бергә эшләгән коллегалары, туғандары, күршеләре менән дә ихлас ҡатнашып, татыу йәшәй. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әсәйебеҙ гәзит-журналдар, китаптар уҡый, башватҡыстар сисә, матур тапшырыу-яңылыҡтар ҡарап, тормош менән бергә атлай.
Әсәйебеҙҙең тырыш хеҙмәттә һәм бәхеттә үткән ғүмере беҙҙең барыбыҙ өсөн өлгө ул.
Альфира ҠАСИМОВА, Яңы Мораптал ауылы.
Тулы материалды 38-се һанда уҡығыҙ.
Читайте нас: