COVID-19 эпидемияһы мәктәп, айырыуса сығарылыш уҡыусыларының һәм уларҙың ата-әсәләренең уй-ниәттәрен бөтөнләй икенсе төрлө итеп үҙгәртеп ебәрҙе. Быйылғы имтихандар менән нимә булыр? Нимә көтөргә? Беҙ иң мөһим яңылыҡтарҙы бергә тупланыҡ...
...башланғыс кластар һәм урта звено
Башланғыс класс уҡыусылары өсөн уҡыу йылы ошо аҙнала – 22 майҙа, ә башҡаларға тағы бер аҙнанан – 29 майҙа тамамлана. Уҡыу йылы тамамланыу айҡанлы бер ниндәй ҙә ҙур тантаналар үткәрелмәйәсәк.
...туғыҙынсы кластар
Туғыҙынсыны тамамлаусылар имтихан мәшәҡәттәренән тулыһынса азат ителде. Белеүегеҙсә, улар дүрт – һайлау буйынса ике һәм мотлаҡ һаналған ике (рус теле һәм математика) имтихан бирергә тейеш ине. Тәүҙә һайлау буйынса һынауҙарҙың булмаясағын иғлан иттеләр, ә үткән аҙнала Рәсәй Мәғариф министрлығы төп фәндәр буйынса ла имтихандарҙың үткәрелмәүе хаҡында белдерҙе. Барлыҡ эксперттар ҙа был тәҡдимде хупланы: пандемия шарттарында балаларҙың һаулығы мөһимерәк, ниндәйҙер баһа өсөн хәүефкә барыу дөрөҫ булмаясаҡ.
Һөҙөмтәләр йыллыҡ билдәләргә ҡарап сығарыласаҡ. Йыл буйы тырышып уҡыусылар өсөн был бик яҡшы, ә бына «һуңынан төҙәтермен» тип йөрөгәндәр өсөн артыҡ һәйбәт түгел.
...сығарылыш уҡыусылары
Иң ҡатмарлы, буталсыҡ хәлдә быйылғы 11-се кластар ҡалды. Министрлыҡта әлегә бына ниндәй ҡарарҙар ҡабул ителде.
- Барлыҡ имтихандар һуңыраҡ осорға кисектерелде. Тәүҙә төп этап 8 июндә башланасаҡ, тип күҙалланғайны, әммә әлегә аныҡ дата билдәһеҙ булып ҡала – барыһы ла эпидемиологик хәл-торошҡа бәйле. Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт БДИ-ның 19 июндә башланыу ихтималлығын белдерҙе. «Интерфакс» үҙ сығанаҡтарына таянып, сығарылыш һынауҙары – июль-авгусҡа, ә уҡыу йылы башы 1 октябргә күсерелеүе мөмкин, тип хәбәр итте. Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко имтихандарҙы август-сентябргә кисектереү ихтималлығы хаҡында әйтте. Артабан ниндәй яңылыҡтар булыр – ваҡыт күрһәтер.
- БДИ бөтә төбәктәрҙә лә бер көндә берҙәм расписаниеға ярашлы уҙасаҡ. Ул министрлыҡ тарафынан әҙерләнгән, әле башҡа ведомстволар менән килешеү эштәре башҡарыла, әммә әлегә аныҡ ҡарар юҡ.
- Быйыл рус теле һәм математиканан мотлаҡ БДИ тапшырылмай. Рәсәй Мәғариф министрлығы белдереүенсә, аттестатҡа дөйөм уҡыу йылы һөҙөмтәләренән сығып билдә ҡуйыласаҡ. БДИ-ны быйыл юғары уҡыу йортона уҡырға инергә теләгәндәр генә тапшыра, әлбиттә, улар үҙҙәре уҡырға инергә теләгән университетта, факультетта ниндәй имтихандар кәрәк булыуын иҫәпкә алырға тейеш. Юғары уҡыу йорттарына документ тапшырыу августа булыр, тип күҙаллана. Был эш дистанцияла ойоштороласаҡ, ҡабул итеү комиссияларына ҡарарҙы тиҙерәк сығарырға тура киләсәк.
- Роспотребнадзор коронавирус хәүефе шарттарында имтихандарҙы ойоштороу буйынса тәҡдимдәр йыйылмаһы эшләне. Уға ярашлы, ингән урында тән температураһын үлсәйәсәктәр, бина дезинфекциялана һәм елләтелә, уҡыусыларҙы бер-береһенән мөмкин тиклем алыҫыраҡ ултыртырға тырышасаҡтар.
- Әгәр эпидемиологик хәл үҙгәрмәһә, Мәғариф министрлығы имтихандарҙы дистанцияла ойоштороу алымын ҡарай. Был хаҡта ТАСС һәм «РИА Новости» мәғлүмәт агентлыҡтары мәғариф министры урынбаҫарының хатына һылтанып хәбәр итә. Ундай осраҡта уҡыусылар махсус техник саралар менән тәьмин ителергә тейеш.
Һуңғы ҡыңғырау һәм сығарылыш кисәһе буласаҡмы?
Республиканың фән һәм мәғариф министры урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин белдереүенсә, бөтә балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә, кластарҙа «Һуңғы ҡыңғырау» 29 майҙа үтәсәк. Әммә, Мәскәүҙән килгән күрһәтмәгә ярашлы, байрам дистанцияла ғына ойоштороласаҡ. Йәғни кластарҙа, кафела, тәбиғәт ҡосағында йыйылырға кәңәш ителмәй, барлыҡ саралар онлайн форматта үтергә тейеш.
– Беҙ ҡала һәм райондарға онлайн-флешмобтар, дистанцияла башҡа төрлө саралар ойошторорға тәҡдим итеп хат ебәрҙек, – ти әңгәмәсебеҙ.
Ә сығарылыш кисәләре ҡасан, нисек үтер – әле бер кем дә бер нәмә лә белмәй. Был һорау ведомствола ҡарала, әммә әлегә аныҡ ҡарар юҡ. Барыһы ла эпидемиологик хәл-торошҡа бәйле.
Киләһе уҡыу йылында нимә буласаҡ?
Рәсәй мәктәптәре асылғандан һуң яңы режимда эш башлаясаҡ.
Роспотребнадзор уҡыу процесын ойоштороуға ҡағылышлы ғәмәли тәҡдимдәр әҙерләгән. Улар араһында иң мөһимдәре:
- Һәр класс бер бүлмәгә беркетеләсәк, бөтә дәрестәр ҙә шунда үтәсәк, ә тәнәфестәр төрлө мәлдә буласаҡ. Был төрлө класс уҡыусыларының бер-береһе менән аралашыуын сикләү өсөн эшләнә.
- Бина, эш урындары, иҙән, ишек тотҡалары, аҙыҡ-түлек блоктары, мебель, бәҙрәфтәр, йыуыныу урындары даими рәүештә дезинфекцияланасаҡ.
- Мәктәпкә ингән ерҙә антисептиклы дозатор ҡуйыласаҡ һәм уҡыусыларҙың тән температураһы үлсәнәсәк.
- Эш ваҡыты ҡайтанан тикшерелеп, төрлө класс уҡыусыларына төрлө мәлдә уҡый башлау мөмкинлеге ҡараласаҡ.
- Мәктәптә ҙур саралар үткәреү тыйыласаҡ, кластағы уҡыусылар һаны мөмкин тиклем кәметеләсәк.
- Һауа шарттарын иҫәпкә алып, физкультура дәрестәрен спортзалда түгел, урамда, саф һауала үткәрергә тәҡдим ителә.
ӘЙТКӘНДӘЙ
Рәсәй халҡы дистанцияла белем алыуҙың иң төп проблемаларын атаны
Үҙҡурсаланыу шарттарында сығарылыш уҡыусыларын һәм ата-әсәләрҙе иң хәүефләндергәне имтихандарға әҙерлек сифаты булған. «Wanta Group» тикшеренеү компанияһы тарафынан ойошторолған һорау алыу һөҙөмтәләре ошо хаҡта һөйләй, тип яҙа РБК.
Шулай уҡ уҡыусыларҙы һәм ата-әсәләрҙе борсоған биш сәбәп:
- сығарылыш имтихандарына әҙерлек сифаты (42%),
- үҙең теләгән юғары уҡыу йортона инә алмау (28%),
- имтихандарҙың күсерелеүе (22%),
- уҡып сыҡҡандан һуң эш урыны табыуҙағы ауырлыҡтар (21%),
- юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарына ҡабул итеү имтихандарының күсерелеүе (18%).
Һорау алыуҙа ҡатнашыусыларҙың яртыһы тиерлек (49%) илдәге хәл-торош абитуриенттарға ниндәй ҙә булһа ташламалар яһау өсөн сәбәп булмаясаҡ, тип белдерә. 43% быйыл юғары уҡыу йорттарына инеү ҡатмарлыраҡ буласаҡ, тип уйлай.