Все новости
Мәғариф
5 Июня 2020, 17:00

Өйҙә уҡыу яҡшыраҡ. Башҡортостанда белем алыу өсөн дүрт сәбәп

Уҡыусылар өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғыраны, алда – имтихандар һәм уҡырға инеү кампанияһы. Коронавирус эпидемияһына бәйле барлыҡ саралар яңыса ойоштороласаҡ.

Уҡыусылар өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғыраны, алда – имтихандар һәм уҡырға инеү кампанияһы. Коронавирус эпидемияһына бәйле барлыҡ саралар яңыса ойоштороласаҡ.
Был абруйлы
Ғәмәлдә, республикабыҙҙа алынған белем кимәле баш ҡаланың юғары уҡыу йорттарыныҡынан һис тә кәм түгел, ҡайһы бер осраҡтарҙа хатта яҡшыраҡ та. Тәү сиратта был нефть тармағы менән бәйле инженер-техник специальностарға һәм һөнәрҙәргә ҡағыла. Беҙҙең белгестәр төрлө өлкәләрҙә уңышлы эшләй һәм Рәсәйҙә генә түгел, донъя кимәлендә лә һорау менән файҙалана.
Был киләсәк өсөн яҡшы
Халыҡ-ара кимәлдә эшләгән абруйлы компаниялар күптән инде өмөтлө йәштәрҙе уҡыу осоронда уҡ эҙләп табып, эшкә йәлеп итеүҙе ғәмәлгә индергән. Беҙҙең студенттар ҙа даими рәүештә үҙ йүнәлеше буйынса предприятиеларҙа практика үтә. Шулай уҡ уларҙы сит илгә тәжрибә тупларға ла ебәрәләр. Шуға күрә урындағы уҡыу йорттарын тамамлаусыларҙың 100 проценты тиерлек бер мәшәҡәтһеҙ яҡшы эш таба.
Был хәүефһеҙ
Һуңғы айҙарҙағы хәл-торош өс нәмәне асыҡ күрһәтте: йәмғиәткә «блогерҙар» һәм «йондоҙҙар» түгел, ә табиптар һәм ирекмәндәр нығыраҡ кәрәк; бәлә көтмәгән ерҙән килеп сығыуы ихтимал; күп нәмәләрҙе өйҙән сыҡмайынса ғына, йәғни онлайн-алымда эшләп була. Тормош элеккесә хәүефһеҙгә әйләнгәс, хәл-торош нисек үҙгәрер, төбәктәр араһында элекке кимәлдәге авиабәйләнештәр ҡасан тергеҙелер, вакцина йоғонтоло булырмы? Был һорауҙарға аныҡ ҡына яуапты бер кем дә белмәй. Барлыҡ Ер шарында иң хәүефһеҙ урын булып әлегә тыуған йорт ҡала. Унда барыһы ла таныш, яҡын һәм асыҡ.
Был файҙалы
Ҙур ҡалаларҙың юғары уҡыу йорттарында белем алыу бөгөнгө иҡтисади көрсөк шарттарында ғаилә бюджеты өсөн айырыуса ҙур көсөргәнеш тыуҙыра. Бюджет урындарына эләгеү ауыр, уҡыу өсөн түләү күпкә артығыраҡ, бынан тыш өҫтәмә сығымдар ҙа етерлек буласаҡ – юл хаҡы, ҡуртымға фатир эҙләү һәм алыу (Өфө менән сағыштырғанда ике тапҡырға тиерлек күберәк), туҡланыу һәм йәшәү. Был һәр кемдең дә хәленән килмәй.
Ә Башҡортостанда барыһы ла яҡын һәм эргәлә. Хатта иң алыҫ тип һаналған райондарҙан да ғәзиз балаңа бер тоҡ картуф йәки үҙ баҡсаңдан бер кәрзин ҡыяр-помидор ебәрергә мөмкин. Ял көндәрендә, киреһенсә, әсәй янына ҡайтып, тәмле бәлештәр менән һыйланып килергә була. Мәскәүҙән йәки Петербургтан тыуған йортоңа йыш ҡайтып йөрөү мөмкин түгел.
МӨҺИМ
Имтихандар нисек үтә
Бынан алдараҡ яҙып үтеүебеҙсә, быйыл, Владимир Путиндың күрһәтмәһенә ярашлы, илдең юғары уҡыу йорттарында 30 меңдән ашыу яңы бюджет урыны барлыҡҡа киләсәк. Улар башлыса ил һәм йәмғиәт өсөн кәрәкле һөнәрҙәр буйынса булдырыла.
Мәктәпте тамамлаусыларҙың кәм тигәндә 60 проценты бушлай юғары белем алыуға дәғүә итә аласаҡ, тип күҙаллана.
Ил Президенты ҡушыуы буйынса быйыл имтихандар 29 июндә башлана: тәүҙә һынау рәүешендә, артабан төп имтихандар үтәсәк. Әгәр кемдер етди сәбәп менән июль айында БДИ-ны бирә алмаһа, августа тапшырып, юғары уҡыу йорттарында ҡалған урындарға инә ала, йәғни бер йылын юғалтмайынса, көҙгөһөн үк уҡыуҙы башлап ебәреү мөмкинлегенә эйә.
Быға тиклемге яҙмала аңлатып үтеүебеҙсә, быйыл юғары уҡыу йортона уҡырға инергә теләмәгән сығарылыш уҡыусылары БДИ-нан азат ителә, уларҙың барыһына ла аттестат бирелә. Алтын миҙалдар һәм аттестаттар, БДИ һөҙөмтәләрен иҫәпкә алмайынса, дөйөм баһалар нигеҙендә тапшырыласаҡ.
Документтарҙы (бер юлы бер нисә юғары уҡыу йортона) 20 июндән 17 авгусҡа тиклем шәхсән йәки белем усағының сайты аша онлайн рәүештә тапшырырға мөмкин. Әлеге шарттарҙа икенсе вариантҡа нығыраҡ өҫтөнлөк биреләсәк. Университеттар уҡырға инергә теләүселәрҙән өс фәндән БДИ һөҙөмтәләрен һорай ала. Уҡыу йорттары белем алыуҙы 1 сентябрҙән башларға иҫәп тота.
ӘЙТКӘНДӘЙ
Мәктәп
тамамлаусыларҙы әрмегә алмай торасаҡтар
Быйыл мәктәп тамамлаусыларҙы әрмегә саҡырыу кисектерелде, был хаҡта Владимир Путин белдерҙе. Был сығарылыш уҡыусылары тыныс шарттарҙа имтихан тапшырып, үҙҙәре теләгән уҡыу йортона инә алһын өсөн эшләнә.
БДИ-2020
расписаниеһы
3 июль — әҙәбиәт, география, информатика;
6, 7 июль — рус теле;
10 июль — профилле математика;
13 июль — тарих һәм физика;
16 июль — йәмғиәтте өйрәнеү, химия;
20 июль — биология һәм сит телдәр (яҙма өлөш);
22 һәм 23 июль — сит телдәр (телдән).
24 июль — рус һәм сит телдәрҙән башҡа фәндәрҙән резерв көнө.
25 июль — бөтә фәндәр буйынса резерв көнө.
Теләүселәр өсөн БДИ-ның икенсе тулҡыны 3, 5, 7 һәм 8 августа үтәсәк.
Белгес кәңәше
Имтихан алдынан көсөргәнеште нисек еңергә

- Әһәмиәтен дөрөҫ баһалағыҙ. Бер имтиханды бирә алманығыҙ ти. Нимә буласаҡ? Йәшәр урынһыҙ ҡаласаҡһығыҙмы? Бер ҡасан да эш таба алмаясаҡһығыҙмы? Урамда йәшәргә мәжбүр буласаҡһығыҙмы? Әлбиттә, имтиханды тапшыра алмау бындай эҙемтәләргә килтермәй.
- Күптәр көсөргәнеш хәл-торошто контролдә тоторға ярҙам итә тип һанай, йәнәһе «Хәүефләнеүҙән туҡтаһам, ысынлап та бирә алмаясаҡмын». Ғәмәлдә улай түгел. Хәүеф киреһенсә үҙеңде асыу юлдарын сикләй. Кешенең уйлау һәләте көсөргәнешһеҙ, хәүеф-хәтәрҙән шикләнмәгән хәлдә яҡшыраҡ эшләй.
- Башығыҙҙағы юҡ-бар уйҙарҙы ситкә ҡыуығыҙ. Имтиханға ғәҙәти хәл тип ҡарарға тырышығыҙ.
- Имтихандан бер көн алдағы кистә китаптарығыҙҙы ситкә һалығыҙ һәм белемегеҙҙе хәтер һандығында нығытырға тырышығыҙ. Мәғлүмәт ағымынан ял иткән мейе һынауҙарҙың ижади өлөшөндә интуицияны тиҙерәк һәм һөҙөмтәлерәк эшләтеүгә һәләтле.
- Тынысландырыусы дарыуҙар эсмәгеҙ – улар уйлау һәләтенә йоғонто яһай. Иртәгә имтихан тигән кистә йәйәү йөрөп килегеҙ, туҡлыҡлы һәм файҙалы ризыҡ ашағыҙ һәм туйғансы йоҡлағыҙ.
Елена Садыкова, психолог.
Читайте нас: