Әйтелгән – эшләнгән. Бөгөлсәндә күп бала үҫтергән 28 ғаилә иҫәпләнә. Ауыл балалары иҫке, 1968 йылда уҡ төҙөлгән мәктәптә уҡып йөрөнө. Һәм ниһайәт, уның капиталь ремонтын үткәреүгә талап ителгән 15 миллион һум аҡсаны арттырып, был проектҡа 20 миллиондан күберәк финанслау бүленгән. Әлеге ваҡытта бында ремонт эштәре ҡыҙыу бара: аш-һыу блогы, йылытыу системаһы төҙөкләндерелә, иҙән-ҡыйыҡ башы яңыртыла.