Все новости
Мәғариф
30 Июля 2020, 10:59

Балалар шатланыр

- Был проект буйынса беҙҙең спорт залдың ремонт эштәренә барлығы 675 мең һум аҡса бүленде.Шуның 56 мең 700 һумы республика, 416 мең 400 һумы федераль һәм ҡалған суммаһы урындағы бюджет ҡаҙнаһынан бирелде. Эштәр яҡшы бара,

стеналар тигеҙләнеп һыланды, буяу эштәре, ишектәр алмаштырылды, спорт залындағы ҡыҙҙар һәм малайҙар бәҙрәфтәре лә ремонтлана. Баскетбол уйыны өсөн барлыҡ кәрәк яраҡтар ҙа ошо сумма эсенән алынды. 1 сентябргә эштәр тамамланыр һәм балалар яңы төҫ алған спорт залыбыҙҙа ҡыуанышып спорт менән шөғөлләнерҙәр, тип тырышабыҙ, - ти Илкәнәй ауылы мәктәбе директоры Әлфиә Вахитова
Читайте нас: