Все новости
Мәғариф
28 Августа 2020, 12:01

Яңы уҡыу йылының биш төп яңылығы

Киләһе аҙнала яңы уҡыу йылы башланасаҡ. Беҙ балаларға, атай-әсәйҙәргә һәм уҡытыусыларға ҡағылышлы биш төп яңылыҡты асыҡланыҡ.

Киләһе аҙнала яңы уҡыу йылы башланасаҡ. Беҙ балаларға, атай-әсәйҙәргә һәм уҡытыусыларға ҡағылышлы биш төп яңылыҡты асыҡланыҡ.
1. Уҡыу йылы компьютер артында башланмаясаҡ
Был мәсьәлә буйынса фекер алышыу йәй буйы тынманы, әммә етәкселек уҡыу йылын ғәҙәти линейка һәм класс бүлмәләрендә үтәсәк дәрестәр менән башлап ебәрергә хәл итте.
«Беҙ кабинет системаһы буйынса уҡыу алымы индерәбеҙ, йәғни элеккесә бүлмәнән бүлмәгә күсеп йөрөү булмаясаҡ. Был ҡағиҙә физкультура, физика, химия, информатика фәндәренә ҡағылмай. Тәнәфестәр төрлө ваҡытта буласаҡ. Өлкән кластағы уҡыусылар мотлаҡ битлек режимын һаҡларға тейеш. Уҡыусыларҙың һәм уҡытыусыларҙың бергә тупланыуын кәметәсәкбеҙ – уҡыу йортона ингән барлыҡ ишектәр, шул иҫәптән запас һаналғандары ла асыҡ буласаҡ. Уҡыу бүлмәләрен һәм коридорҙарҙы графикка ярашлы елләтеп, дезинфекция саралары менән эшкәртеп торасаҡтар. Балалар күпләп йыйылған урындарҙа – ашханала, спорт залында, коридорҙарҙа һауаны таҙартыу ҡорамалдары ҡуйыласаҡ. Һәр мәктәптә дәрестәр башланғанға тиклем балаларҙың тән температураһы үлсәнәсәк. Мәктәпкә автобус менән йөрөгән балаларҙың температураһы автобусҡа ултырыр алдынан үлсәнәсәк. Бик мөһим яңылыҡ – беҙ дәрес барышын биш минутҡа ҡыҫҡартабыҙ. Шул уҡ ваҡытта был уҡыу программаһына зыян килтермәҫкә тейеш», – тип республика Башлығы Радий Хәбиров яңылыҡтар менән таныштырҙы.
Социаль селтәрҙәрҙә һәм ватсапта «уҡыу 20 сентябргә тиклем дауам итәсәк, артабан уҡыусылар оҙайлы үҙ-үҙеңде изоляциялау режимына китәсәк» тигән хәбәр йөрөй. Был дөрөҫ түгел. Ундай ҡарар юҡ, һәм ул эпидемиологик хәл-торош ҡырҡа насарайған осраҡта ғына ҡабул ителәсәк.
2. Башланғыс кластар өсөн туҡланыу бушлай буласаҡ
1 сентябрҙән республиканың 224 831 башланғыс класс уҡыусыһы, ғаиләнең килеме күпме булыуға ҡарамаҫтан, бушлай төшкө аш менән тәьмин ителәсәк. Бының өсөн ниндәй ҙә булһа белешмәләр туплау кәрәкмәй. Мәктәп ашханалары бәләкәстәрҙе бушлай төшкө аш менән тәьмин итеүгә әҙер. Был ил Президентының ҡарарына ярашлы башҡарылған изге эш. Ошо маҡсатта Рәсәй Федерацияһы бюджетынан 778 миллион һум аҡса бүленде. Был суммаға республика тағы 106 миллион һум өҫтәй. Күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар, сәләмәтлек йәһәтенән мөмкинлеге сикләнгән уҡыусылар һәм инвалид балалар өсөн тәғәйен бушлай туҡланыу һаҡлана!
3. Берҙәм мәктәп формаһы
барлыҡҡа килә
Яңы уҡыу йылынан Башҡортостан мәктәптәрендә тәжрибә үткәрелә – 1-5-се класс уҡыусылары өсөн берҙәм мәктәп формаһы индерелә. Әлегә проектта республиканың алты районы – Әбйәлил, Әлшәй, Благовар, Ғафури, Федоровка һәм Яңауыл райондары ҡатнаша. Профессиональ модельерҙар бер нисә төрлө вариант әҙерләне, һәр мәктәп үҙенә оҡшағанды үҙе һайлай. Бары тик республика символикаһы төшөрөлгән шеврон ғына бер иш буласаҡ. Тулы комплекттың хаҡы дүрт мең һумдан артмай. Әлегә башҡа мәктәптәргә берҙәм форма кейеү ҡағылмай, был мәсьәлә, ата-әсәләрҙең теләген иҫәпкә алып, үҙаллы хәл ителә.
4. Кластарҙа медицина инспекторҙары барлыҡҡа киләсәк
Уҡыу башланыу менән инфекцияның ҡапыл артыуына юл ҡуймау маҡсатында мәктәптәргә «медицина инспекторҙары» ебәреләсәк. Улар – беҙҙең медицина университетының һәм һигеҙ медицина колледжының юғары курс студенттары. Уҡыуҙың тәүге көндәрендә улар социаль дистанция һаҡлауҙы, бүлмәләрҙе әҙерләүҙе һәм дезинфекциялауҙы контролдә тотасаҡ. Был уларға практика иҫәбенә буласаҡ.
5. Уҡытыусыларға класс етәкселеге һәм йөҙ балл йыйыусылар өсөн өҫтәмә түләүҙәр бирелә
Яңы уҡыу йылынан класс етәкселеге өсөн уҡытыусыларға федераль бюджеттан биш мең һум өҫтәмә аҡса түләнә башлаясаҡ. Был суммаға класта нисә бала булыуы тәьҫир итмәй. Шулай уҡ уҡытыусыларға тәғәйен барлыҡ төбәк, ҡала һәм район түләүҙәре һаҡланып ҡала. Республика Хөкүмәтенең вице-премьеры Фәнүр Йәғәфәров белдереүенсә, быға тиклем класс етәкселәре һәр уҡыусы өсөн ай һайын 80 һум күләмендә өҫтәмә түләү алды. Уртаса ул ике мең һум тирәһе тәшкил итте. Яңы өҫтәмә түләүҙе иҫәпкә алып, хәҙер класс етәкселеге өсөн уҡытыусы уртаса алғанда 7733 һум аҡсаға иҫәп тота ала.
Бынан тыш, Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға биргән уҡыусыларҙы әҙерләгән йөҙҙән ашыу уҡытыусы 50 мең һум күләмендә премия аласаҡ. Әлегә уны 106 педагогҡа биреү күҙаллана. Быйыл барлығы 127 уҡыусы БДИ-ла иң юғары балл йыйыуға өлгәште, был былтырғы йыл менән сағыштырғанда 16-ға күберәк. Фәндәр буйынса алып ҡарағанда, иң күбе химияға тура килә – 35 уҡыусы. Рус теленән – 25, физика менән информатиканан 20-шәр кеше шулай уҡ йөҙәр балл йыйыуға өлгәште.
ӘЙТКӘНДӘЙ
Мәктәпкә әҙерлек буйынса кемдәргә дәүләт ярҙамы ҡаралған?
- Өс һәм унан күберәк бәлиғ булмаған бала (18 йәшкә тиклем) тәрбиәләнгән һәм йән башына уртаса килеме йәшәү минимумынан артмаған (9942 һум) ғаиләләрҙән беренсе класҡа барған уҡыусыларға мәктәп кәрәк-яраҡтарынан торған тулы комплект бирелә. Уны алыу өсөн мәктәпкә ғариза, барлыҡ ғаилә ағзаларының паспортын һәм тыуыу тураһында таныҡлығын, ғаилә составы тураһында һәм ғаиләнең аҙ тәьмин ителгән булыуы тураһында белешмә алып барырға кәрәк.
- Күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән 1-11-се класс уҡыусыларына 3995 һум аҡса – мәктәп формаһына киткән сығымды ҡаплауға компенсация түләнә. Был ташлама менән ике йылға бер тапҡыр ҡулланырға мөмкин. Бының өсөн мәктәпкә льготаны раҫлаусы документтар, мисәт һуғылған, «Школьная форма» тип яҙылған тауар чегын тапшырырға кәрәк. Чектағы сумма биш мең һумдан артмаҫҡа тейеш. Һәр төрлө аксессуарҙар – таҫмалар, галстуктар иҫәпкә алынмай.
Читайте нас: