Все новости
Мәғариф
29 Сентября 2020, 11:41

Рух байлығы менән

Балалар араһында башҡортса аралашыу юғалып бара

Беҙҙең районда ла форумда күтәрелгән проблемалар бар: балалар араһында башҡортса аралашыу юғалып бара. Бының сәбәбе булып телевизор, интернет һәм шулай уҡ ғаиләлә русса аралашыу тора. Мәктәпкә килгәс, беҙҙең бала русса ғына һөйләшә, тип торалар ата-әсәләр. Башҡорт телендә сыҡҡан матбуғатты алдырып уҡыусыларҙың һирәгәйеүе лә күңелде ҡыра, - ти Яңы Мораптал мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғәлиә СЫНБУЛАТОВА.
24-25 сентябрҙә Ғафури районы «Красноусол» шифаханаһында үткән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы тураһында тулы материал "Юшатыр"ҙың 78-се һанында.
Читайте нас: