Яңы Муса фермаһынан ике бина ҡалған. Икеһенең дә эсендә үтәнән-үтә елдәр уйнап тора. Бер фермаһына йәштәр йөрөй икән, кистәрен интернетта ултырырға ошонда киләләр, икенсе фермаһы – мәктәп. Ошо “мәктәпкә” барып индек. Фермала ике малай, береһе усаҡ янындағы диванға аяҡ бөкләп менеп ултырған да телефонына текәлгән. Икенсеһе тәҙрә төбөндә дәфтәренә ниҙер яҙа.
- Нисек хәлдәр?
- Һәйбәт, - малайҙар танауҙарын мыш-мыш тартты.
- Нисә сәғәт булаһығыҙ көн дә бында?
- Бер дәрес 35 минут, алты сәғәт булһа, һана. Бар дәрестәрҙе лә ултырмайбыҙ, сәғәт ярымдан саҡ ҡына артыҡ ваҡыт булһаҡ - етте. Телефон туңып, эшләүҙән туҡтаһа ла ҡайтып китәбеҙ.
- Ниңә һеҙ икәү генә, ҡайҙа ҡалғандар?
- Улар өйҙә. Беҙ улар өсөн дә задание алабыҙ.