Евгения БУЗАЕВА, Шәбағыш ауылы төп дөйөм белем биреү мәктәбенең директор вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы:
- Мәғариф министрлығы тарафынан беҙгә яҡшы, сифатлы мәктәп газеле бирҙеләр. Башҡортостан буйынса, бындай бәхет тағы 69 мәктәпкә тәтегән. Балаларҙы хәүефһеҙ йөрөтөү өсөн барлыҡ замана технологияларына тап килгән, балалар өсөн 10 һәм өлкән оҙатып барыусы өсөн 1 урынлы, өр-яңы транспорт алыуыбыҙға бик шатбыҙ. Сөнки, быға тиклем Илкәнәй мәктәбенән ваҡытлыса балаларҙы йөрөтөп торорға, совет заманынан ҡалған автобусын биргәндәр ине. Бөгөнгө көндә балаларҙы Ҡансыра ауылынан ғына йөрөтәбеҙ.