«Перспектива» уҡыу йортоноң икенсе һанлы бинаһы, элекке 22-се һанлы «Искорка» балалар баҡсаһы 1980 йылдың 12 майынан алып эшләп килә. Ошоға тиклем ул «Искра» заводы ҡарамағында булды.
Бөгөн ул – муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учрежденияһы «Перспектива» комплексы, 9-сы һанлы мәктәп һәм балалар баҡсаһы. Етәксеһе – талантлы һәм маҡсатлы Юлусова Татьяна Николаевна. «Перспектива»-ның икенсе һанлы корпусы педагогтар коллективы етәксеһе, директорҙың уҡытыу-тәрбиә буйынса урынбаҫары Клименко Светлана Николаевна, берҙәм маҡсаттар һәм мәсьәләләр, уңышлы психологик шарттар булдырып, мәктәпкәсә балаларҙы уҡытыуҙа һәм тәрбиәләүҙә юғары уңыштарға өлгәшәләр.
Һуңғы йылдарҙа балалар баҡсаһы инновацион режимда, төрлө йүнәлештәрҙә ата-әсәләр һәм балалар менән эшләй тип, ғорурланып әйтә алабыҙ.