Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
30 Декабрь 2020, 16:30

Һуҡмаҡтар оҙон булһын

Р.Солтангәрәев исемендәге Яңы таймаҫ гимназияһында 4-се тапҡыр үткәрелгән «Солтангәрәев уҡыуҙары» Таймаҫ, Көйөргәҙе эсенә генә һыймай, бар республика киңлектәренә, хатта Ырымбур, Силәбе далаларына сығып китте. Талантлы йәштәрҙең эштәрен мәртәбәле жюри ағзалары баһаланы. Конкурсты күҙәтеп барған абруйлы ҡунаҡтарыбыҙ үҙ фекерҙәре менән бүлеште.

Гөлназ ӘҘЕҺӘМОВА, Яңы таймаҫ ауылы, Р.Солтангәрәев исемендәге гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары:
- «Солтангәрәй уҡыуҙары» гимназиябыҙҙа 4-се тапҡыр уҙғарыла. Был сара бөгөнгө көндәрҙә бик ҙур әһәмиәткә эйә. Сөнки фәнни-ғәмәли конференцияла ҡатнашҡан уҡыусылар үҙҙәренең һәләтле булыуҙарын тағы бер иҫбатлап, киләсәккә юл ала. Үҙем шиғыр һөйөүселәр конкурсының кураторы булдым. Уҡыусылар иҫ китмәле итеп әҙерләнгәндәр, һәр бер эш үҙенсәлекле һәм баһаға лайыҡ. Ҙур рәхмәттәремде уҡыусыларға, уларҙың етәкселәренә һәм дә жюри ағзаларына еткерәм.
Тулы материалды "Юшатыр"ҙың 1-се һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: