Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Ғинуар 2021, 02:00

ЙӘНЛЕ ҺӨЙЛӘШЕҮ БУЛДЫ

Яңы уҡыу йылы алдынан, 29 августа, Ермолаевоның 1-се мәктәбендә мәктәп коллективтары, ата-әсәләр комитеты ағзалары, силсәүит вәкилдәре, социаль педагогтар һәм педагог-психологтар ҡатнашлығында «Көйөргәҙе районы мәғариф учреждениеларында уҡыусыларға хәүефһеҙ мөхит булдырыу» темаһы буйынса йәнле һөйләшеү майҙансығы эшләне.

Район мәғариф бүлеге начальнигы Ирина Ибраһимова һөйләшеүҙең маҡсатын аңлатып үткәс, кәңәшмәлә ҡатнашыусылар төрлө кабинеттарға таралып, «Сигнал карточкалары менән эшләү», «Интернет хәүефһеҙлеге», «Агрессив баланың психологик портреты», «Үҫмерҙәр һәм йәштәрҙең ял сәғәттәрен ойоштороу» темалары буйынса әңгәмәләште, презентация эшләне. Уларҙың модераторҙары Гөлдәр Алсынбаева, Наталья Копылова, Наталья Савенкова һәм Виктория Кудинова булды. Был ваҡытта айырым бүлмәлә ата-әсәләр тест һорауҙарына яуап бирҙе.

Һөйләшеүҙең икенсе өлөшөндә бәлиғ булмаған балалар һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау комиссияһының киңәйтелгән ултырышы үтте. Ултырышты район хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Люциә Хәмитова алып барҙы. Бында врач-психиатр Оксана Рамзова үҫмерҙәрҙең агрессивлығының төп сәбәптәре, бәлиғ булмағандар эше буйынса инспектор Регина Иситова йәш хоҡуҡ боҙоусылар, нарколог Диана Әминева бәлиғ булмағандар араһындағы алкоголизм, опека һәм попечителлек секторы мөдире Екатерина Маркелова етем балаларҙы ғаиләгә алыу, врач-гинеколог Альбина Уразаева ваҡытынан алда ауырға ҡалыу осраҡтарын профилактикалау мәсьәләләре буйынса сығыш яһаны. Прокуратура хеҙмәткәрҙәре лә үҙҙәренең эше буйынса һөйләне.
Читайте нас: