Все новости
Мәғариф
6 Февраля 2021, 16:00

35-се олимпиада

2021 йылдың 21 ғинуарында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада интернет селтәрендә онлайн форматта үтте. Уның һуңғы этабында район, өлкә олимпиадаларында яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән Силәбе, Ырымбур, Ҡурған, Һамар өлкәләренән, Пермь крайынан, Татарстан Республикаһынан 26 уҡыусы ҡатнашты.#образование #олимпиадаПоБашкирскомуЯзыкуиЛитературе #КуюргазинскийРайон #новости_Башкортостан

Ырымбур өлкәһенең Новосергеевка районынан Ҡотос һәм Мерәҫ, Ҡыҙыл гвардия районының Дауыт Юлтый исемендәге, Һарыкташтың Һунарсы ауылы мәктәптәре араһында Төйлөгән районы Аллабирҙе дөйөм белем биреү мәктәптәренән 8-се класс уҡыусылары Венера Хисамова, Элина Баймырҙина, 11-се класстан Ансар Бикәнәев менән Гүзәл Мөхәмәтшина ҡатнашып 3-сө турҙа үҙҙәренең көсөн һынаны.
Гүзәл Мөхәмәтшина олимпиадала 4-се йыл ҡатнашып, өсөнсө йыл туған мәктәбенә еңеү алып ҡайтты. Уның туған телде яҡшы белеүендә өләсәһе Мәрфуғаның өлөшө зур.
Сания КУЗБАЕВА,
Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән районы,
Аллабирҙе ауылы
Материал тулыһынса гәзиттә баҫылып сыҡты.
#образование #олимпиадаПоБашкирскомуЯзыкуиЛитературе #КуюргазинскийРайон #новости_Башкортостан
Читайте нас: