Все новости
Мәғариф
10 Февраля 2021, 13:35

Мин дә, һин дә уҡы

Күптән түгел, РПЛИ-ла, уҡыусыларҙа китапҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу, һөйөү тәрбиәләү маҡсатында, “Минең яратҡан китабым” исемле акция үтте. Лицейсылар “Үҙең уҡы һәм башҡаға бир” тигән китап әйләнешендә әүҙем ҡатнашты. Улар килтергән 153 китап та “Үҙебеҙҙең уҡыусыны көтәбеҙ” тип аталған китап күргәҙмәһендә үҙ урындарын тапты. Ҡыҙҙар һәм егеттәр рәхәтләнеп был китаптарҙы уҡынылар.

Был акцияла 7 ”А” (класс етәкселәре Л.Г. Ишбулатова) һәм 9 “Б” (класс етәкселәре А.Г. Мәҡсүтова) кластары иң әүҙемдәр булып сыҡты. Шулай уҡ өлкән тәрбиәсе Л. Ғ. Икбаеваға, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы А.Н. Хәлиловҡа, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Р.И. Искәндәроваға ҙур рәхмәттәремде белдерәм. Шулай уҡ 7 “А” класс уҡыусыһы Артем Хабаровтың өләсәһе О.В. Кузнецова ла 25 китап алып килеп беҙҙең йыйылманы тултырҙы.
Күңелле лә, файҙалы ла үткән сара ярҙамында беҙҙең китап уҡыусы дуҫтарыбыҙ тағы ла артыуы ҡыуандырҙы.
Читайте нас: