Ошо ҙур байрам хөрмәтенә тоҡсай тултырып тәмлекәстәр алып килгән, бөтә дуҫтарына таратҡан, аҙаҡ йырлап-бейешкәндәр. Кәнфит-шоколадты балалар өйҙәрендә лә ашай ала, тик "Айгөл"дәге әле ашағандары өйҙәгеһенән күпкә тәмлерәк тойолған. Алһыуҙы барыһы ла ихлас ҡотлаған, был тамашаны тәрбиәселәре ситтән генә ирәйеп китеп ҡарап торған: бала шатлығынан да мөһим тағы нимә бар?