Венер Сабанчин, РПЛИ-ның директоры:
- Республикабыҙҙың 17 лицей-интернатының директорҙары йыйылды. Барлыҡ лицей-интернат директорҙары араһында мин иң йәше булараҡ, семинарҙы беренселәрҙән булып беҙҙә үткәрергә ҡарар ҡабул ителде. Үҙебеҙҙең ҡаҙаныштар, алға китештәрҙе күрһәттек, балалар менән эшләүҙә тәжрибәбеҙ менән уртаҡлаштыҡ. Фән һәм технологиялар йылын уҡыусыларыбыҙ гимн башҡарып асыҡ тип иғлан иткәс, ҡунаҡтарыбыҙ ике йүнәлештә: физика һәм башҡорт теленән асыҡ дәрестәргә йүнәлде. Семинар юғары дәрәжәлә, башынан аҙағына тиклем барлыҡ ойошторолоу мәлдәре еренә еткерелеп уҙғарылғандыр тип уйлайым. Ҡунаҡтарға бик оҡшаны. Ошондай осрашыуҙар, тәжрибә бүлешеүҙәрҙе йышыраҡ үткәрергә тигән фекергә килеп таралыштыҡ.