Мәғариф
15 Марта 2021, 09:14

Иң сәскәле, нурлы саҡ

«Ете таж» балалар өсөн әҙәби үҫеш үҙәге» модель балалар китапханаһында билдәле шағирҙың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған «Эй, бала саҡ, бала саҡ, иң сәскәле, нурлы саҡ…» Ҡала онлайн- конкурсын йомғаҡлау сараһы үтте.

Ҡала онлайн- конкурсын йомғаҡлау сараһы үтте. Бер ай дауамында барған бәйгелә ҡаланың балалар баҡсалары, 1-се, 5-се, 6-сы мәктәптәре, РПЛИ ҡатнашты. Бигерәк тә 3-сө БРГИ һәм М. Исҡужин исемендәге Прогимназия ҙур әүҙемлек күрһәтте. Видеороликтар Бәйләнештә группаһының сәхифәһендә ҡуйылып килде. 45 конкурсант араһынан 13 еңеүсе һайланып, уларға был кисәлә тантаналы рәүештә дипломдар һәм бүләктәр тапшырылды. Сарала тағы ла Сафуан Әлибайҙың мөғжизәле бала саҡ, яратҡан хайуандар һәм ҡоштар, гүзәл тыуған яҡ тураһында шиғырҙары яңғыраны.
Үҙәк балалар китапханаһы хеҙмәткәре Гөлназ Иркәбаева.
Гөлназдың хаты тулы килеш гәзиттә булды.
Читайте нас