Юшатыр
+25 °С
Ясно
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
Мәғариф
30 Марта 2021, 08:12
Дәрестәрегеҙ йәнле, ғүмерегеҙ йәмле үтһен
Күмертау ҡалаһының 5 - се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы, Әҙеһәмова Гөлнәфис Шамил ҡыҙы үҙенең юбилейын билдәләй.
25 йыл инде бында эшләй. Ул ҡалалағы юғары квалификациялы уҡытыусыларҙың береһе. 2015 йылдан бирле башҡорт кадет класы уҡыусылары менән эшләй. Балаларҙа туған телгә, мәҙәниәткә, халҡыбыҙҙың милли йолаларына һөйөү тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирә.
Дәрестәрҙән тыш уҡыусыларҙа гражданлыҡ-патриотик тәрбиә биреү йүнәлешендәге “Ватанға хеҙмәт итәм” курстарын алып бара.
Уның дәрестәре ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс һәм йәнле үтә. Класс менән бергә ”Йәш кадет”, “Тыуған яғыңды бел һәм ярат” кеүек интеллектуаль уйындар һәм конкурстар үткәрә.
Хөрмәтле Гөлнәфис Шамил ҡыҙын ихлас ҡотлайбыҙ, дәрестәрегеҙ йәнле булһа, ғүмерегеҙ йәмле булһын.
Әлфиә Шәмиғолова, Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"