Мәғариф
1 Апреля 2021, 05:19

Маҡсаттарға ирешелде

Гөлдəр Шəмсетдинова, башҡорт теле һəм əҙəбиəте уҡытыусыһы, Илкəнəй ауылы:- Һуңғы осорҙа барлыҡ саралар ҙа онлайн рəүештə үтте. Ниһайəт, семинарыбыҙҙы оффлайн үткəреүгə ирешек. Уҡытыусылар менəн осрашып, бер беребеҙ менəн тəжрибə уртаҡлашып, күҙгə-күҙ ҡарашып рəхəтлəнеп аралаштыҡ.

Сараға районыбыҙ мəктəптəренəн барлығы 16 уҡытыусы килде. Семинар бик оҡшаны, рəхəтлəнеп ял иттек тип, рəхмəттəр əйтеп таралыштылар улар. 31 йыл уҡытыусы булып эшлəүң дəүеремдə төрлө сараларҙы йыш үткəрергə тура килде. Шуға күрə был юлы ла ауыр булманы. Шулай ҙа район күлəмендə сара үткəреү бер кеше башҡара торған эш түгел. Ихлас ярҙамлашып, ойоштороп, ярҙам иткəн коллегаларыма рəхмəтлемен. Килəсəктə лə бергə-бергə эшлəп, матур ҡаҙаныштар яуларға булһын.
Мәҡәлә тулыһынса гәзиттә булды.
Читайте нас