Күмертауҙың 13-сө прогимназияһында уҡыған балалар, мәҫәлән, интернет, телефон тип иҫтәре китмәй. Китеүен китә инде, тик һәр нәмәнең үҙ ваҡыты тип йәшәйҙәр. Мәктәптә тәнәфес булдымы, һәр бала китап ҡосаҡлап ултыра. Ниңә улай, сөнки уҡытыусылары шулай. Мөғәллимдәренә ҡарап, кескәйҙәр өлгө ала - уларҙың да апалары һымаҡ белемле булып үҫәһе килә.