Мәғариф
7 Мая 2021, 04:11

Юлығыҙға йондоҙ һибелһен

- Оҙаҡ йылдар уҡытыу осоронда, бик күп талантлы, башҡорт рухлы уҡыусылар үҫтерə алғаныма сикһеҙ шатмын. Улар əле булһа шылтыратып рəхмəттəр əйтеп торалар. Минең өсөн шунан да ҙур маҡтау, баһа юҡ. «Юшатыр» гəзитенə килгəндə, һеҙҙең шул тиклем оператив булыуығыҙ һоҡландыра. Был конкурста ҡатнашыуым тураһында үҙем дə белмəҫ борон, һеҙ яҙып та ҡуйғанһығыҙ. Күп материалдарҙы онлайн форматта уҡып барһам да, башҡорт рухлы кеше булараҡ, башҡорт телендə сыҡҡан гəзитте алдырмай түҙеп ултыра алмайым. Мəҡəлəлəрегеҙ урынлы, ваҡытлы, кəрəкле булыуы һоҡландыра. Был районда йəшəһəм дə, башҡа ҙур райондар менəн сағыштыра алам, район бəлəкəй булһа ла, беҙҙең “Юшатыр” гəзите шул ҙур гəзиттəр рəтендə, һис тə ҡалышмай, шуныһы шатлыҡлы. Һеҙгə, артабан да уңыштар телəйем.

Ғəзимə АҘНАБАЕВА, Абдул урта мəктəбенең башҡорт теле һəм əҙəбиəте уҡытыусыһы:
- Мəктəптə эшлəүемə быйыл 35 йыл була. Эш башлағаным бирле барлыҡ саралар ҙа ла əүҙем ҡатнашырға тырышам. Бөрйəн районынан килен булып төштөм, шул тынғыһыҙ, башҡорт рухлы ҡайнар ҡаным, миңə тыныс ҡына ултырырға бирмəй. Тормош иптəшем өйрəнеп бөткəн: "Арымайһың да, йыбанмайһың да ул һин", - тип əйтеп ҡалды бөгөн дə. Минең уйлауымса, ҡатнашырға мөмкинселек, дəрт булған саҡта ҡатнашып ҡалырға кəрəк. Уҡытыусы ул йəмғиəттең йөҙө тип əйтһəм дə яңғылышмам, шуға күрə балаларға, килəсəк быуынға өлгө булып ошондай сараларҙа ҡатнашып йөрөү мөһим. Бөгөн дə үҙебеҙҙе күрһəтергə, башҡаларҙы күрергə тип килдек. Талантһыҙ уҡытыусы булмайҙыр, балалар менəн эшлəгəндə был ҙур роль уйнай. Мəктəбебеҙҙəн ансамбль менəн йыр, мин Ə. Атнабаевтың "Гармунсы" тигəн шиғырын, Альбина Ишмөхəмəтова бейеү əҙерлəп алып килдек. Бик ҡыҙыҡлы, күңелле байрам, ошо сараны ойоштороп, беҙгə ҡатнашырға мөмкинселек биреүҙəренə рəхмəтлебеҙ. Оҙаҡ йылдар уҡытыу осоронда, бик күп талантлы, башҡорт рухлы уҡыусылар үҫтерə алғаныма сикһеҙ шатмын. Улар əле булһа шылтыратып рəхмəттəр əйтеп торалар. Минең өсөн шунан да ҙур маҡтау, баһа юҡ. «Юшатыр» гəзитенə килгəндə, һеҙҙең шул тиклем оператив булыуығыҙ һоҡландыра. Был конкурста ҡатнашыуым тураһында үҙем дə белмəҫ борон, һеҙ яҙып та ҡуйғанһығыҙ. Күп материалдарҙы онлайн форматта уҡып барһам да, башҡорт рухлы кеше булараҡ, башҡорт телендə сыҡҡан гəзитте алдырмай түҙеп ултыра алмайым. Мəҡəлəлəрегеҙ урынлы, ваҡытлы, кəрəкле булыуы һоҡландыра. Был районда йəшəһəм дə, башҡа ҙур райондар менəн сағыштыра алам, район бəлəкəй булһа ла, беҙҙең “Юшатыр” гəзите шул ҙур гəзиттəр рəтендə, һис тə ҡалышмай, шуныһы шатлыҡлы. Һеҙгə, артабан да уңыштар телəйем.
"Йондоҙло юл" тураһында материал тулы килеш гәзиттә сыҡты.
Читайте нас