Мәғариф
10 Мая 2021, 06:23

Хоҙай белә

Иҫке Мораптал мәктәбенәге ремонт барышын ара-тирә биреп барабыҙ, шуға өйрәнелгән: ремонт барамы -бара, тиҙҙән, сәскәләр тотоп, уны асырҙар, бөтә ерҙә яҙырҙар ҙа бөттө, оноторҙар. Ҡәҙимге мәктәп, ҡәҙимге ваҡиға. Тик Иҫке Морапталдыҡы менән икенсерәк хәл.

Мәскәүҙә йәшәгән яҡташтары аҡса биргән был ремонтҡа. Артынан инәлеп-ялбарып береһе лә йөрөмәгән, үҙе әйткән: минең ауылдағы мәктәп шәп булырға тейеш, улай ғына түгел, Мәскәүҙекенән ҡалышырға тейеш түгел. Шуға был эшкә ныҡлап тотондолар, буғас, һис шикһеҙ, башҡала байҙар ғына уҡый торған мәктәптән кәм булмаһын. Уҡыу йорто асылғас күрербеҙ - нисек була икән Мәскәү мәктәбе. Кем ул йомарт спонсор? Исемен әйтергә ҡушмаған ул. Сәйерме? Әллә. Изгелек эшлә лә һыуға һал - ошондай кешеләрҙән, тимәк. Нисек булһа ла, Иҫке Мораптал халҡының рәхмәттәре уға барып етер. Беҙ белмәһәк тә, уны Хоҙай белә.
Читайте нас