Мәғариф
18 Мая 2021, 08:51

Барыһы ла төҙ булһын

Керәүле мәктәбенә ремонт башланыр-башланмаҫтан уҡ яҙа башлағайныҡ. Бөгөн дә кереп сыҡтыҡ - һуңғы килгәндән бирле әллә нисәмә ваҡыт үтте. Бында ғәләмәт, эштәр киң йәйелдерелгән, 20-ләп кеше эшләй.- Срок 1 июнгә ине, өлөгрәһегеҙме?- Юҡ.

Керәүле мәктәбенә ремонт башланыр-башланмаҫтан уҡ яҙа башлағайныҡ. Бөгөн дә кереп сыҡтыҡ - һуңғы килгәндән бирле әллә нисәмә ваҡыт үтте. Бында ғәләмәт, эштәр киң йәйелдерелгән, 20-ләп кеше эшләй.
- Срок 1 июнгә ине, өлгөрәһегеҙме?
- Юҡ.
Баҡһаң, спортзал стеналары һаман кипмәгән, йылдар буйы ямғыр-ҡар һыуҙары үтеп торҙо, шуға ремонт эшләү менән файҙаһыҙ, аҡсаны елгә осороу була, кипкәнен көтәбеҙ, тине Хорс эшселәре. Ә ҡалған ерендә барыһы ла яңыртыла - стеналар, иҙәндәр, тәҙрәләр. Янда йөрөгән ауыл башлығы И. Ворошилов әллә кем, оҙаҡламай, таный ҙа алмаҫһығыҙ, ҡала мәктәбенән дә яҡшыраҡ буласаҡ, тине. Ике ҡулға бер эш, бер юлы балалар баҡсаһына ла тотонғандар, уныһы мәктәпкә терәлеп ултыра, аҙаҡ, мәктәп ялтырап, балалар баҡсаһы ҡалтырап торһонмо ни? 21 миллион һум бөтә бирелгән аҡса - етәме, еткерерҙәр.
Хорс Бөгөлсән мәктәбенә, Ермолаеволағы Тополек балалар баҡсаһында ла ремонт яһаны, ремонттан һуң ҡыйыш-мыйыш ерҙәре килеп сыҡты, уларын барып төҙәттек, тип аңлаттылар бөгөн. Шуға, Керәүле мәктәбендә барыһы ла төҙ булһын тип тырышҡан баш.
Мәктәп ҙур - 300 балаға тәғәйен. Әле 50 уҡыусы уҡый, балалар баҡсаһына 20 бала йөрөй.
- Аҙыраҡ икән...
- Шулай шул. Киләсәктә, бәлки, күбәйер, урамда ҡараһаң, коляска этеп йөрөгән ҡатындар күп... Ҡалаға ҡасып ҡына китмәһәләр.
Читайте нас