Машинанан төшөүебеҙгә, янға бер машина килеп туҡтаны. Эсенән ике ҡыҙ, бер егет төштө. Ыҫпай кейенгәндәр, ҡулда сәскәләр. Тәүге тапҡыр һөйгәне менән осрашыуға килгәндәй, ныҡ тулҡынланалар, беҙҙең менән һаулыҡ һораштылар, үҙ-ара һөйләштеләр:
Аңланыҡ, былар ҡасандыр ошо уҡыу йортон уҡып сыҡҡан балалар, хәҙер бала тип әйтеп булмай, еткән, быуындары нығынған егет-ҡыҙҙар. Һоҡланып, бер аҙ көнләшеп ҡарап ҡалдыҡ - беҙҙең дә бар ине бит ошондай саҡтар.
Ҡасандыр үҙең тамамлаған мәктәпкә килеү, үҙеңде "яфалаған" уҡытыусылар менән осрашыу, башты эйеп, уларға рәхмәт әйтеү... Аңлатып та бирә алмаҫлыҡ тойғолар. Беҙҙе танырҙармы икән тип хафаланыуҙары ҡыҙыҡ тойолдо - РПЛИ үҙ уҡыусыларын онотмай (унда барған һайын етәкселеге ғорурлыҡ менән "беҙҙекеләр" тип һөйләргә ярата). РПЛИ-ның бешкән сейә төҫлө махсус формаһын кеймәһәң дә була - танырҙар. Ҡосаҡлап алырҙар. Йылына әллә нисә баланы оло юлға сығара улар, шулай ҙа һәр береһенең ҡылыҡ-фиғеле, төҫ-һыны хәтерҙә.
Кисә лә сығарылыш кисәһе булды. Йәнә сәскәләр, рәхмәт һүҙҙәре, һағыш... Балалар, һеҙҙе бында ҡасан килһәгеҙ ҙә көтөп торалар, шлагбаум һеҙгә һәр саҡ асыҡ - тормошта үҙ урынығыҙҙы ғына табығыҙ, РПЛИ тигән ҙур исемгә тап ҡына төшөрмәгеҙ.