Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Май 2021, 12:29

Тулҡынландырғыс та, моңһоу ҙа...

22 май көнө бөтә республика мәктәптәрендә сығарылыш уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырауҙар сыңланы. Был сара, иһә, 9 һәм 11 кластар өсөн генә түгел. Күмертауҙағы Мөхәмәт Исҡужин исемендәге Прогимназияның 4 кластары шулай уҡ башланғыс мәктәптәре менән хушлашты. Был күркәм сарала миңә лә ҡатнашырға насип булды. Прогимназия директоры Әнисә Сәғитовна Түләгәнова йылы итеп ҡабул итте.

22 май көнө бөтә республика мәктәптәрендә сығарылыш уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырауҙар сыңланы. Был сара, иһә, 9 һәм 11 кластар өсөн генә түгел. Күмертауҙағы Мөхәмәт Исҡужин исемендәге Прогимназияның 4 кластары шулай уҡ башланғыс мәктәптәре менән хушлашты. Был күркәм сарала миңә лә ҡатнашырға насип булды. Прогимназия директоры Әнисә Сәғитовна Түләгәнова йылы итеп ҡабул итте. Тәү сиратта үҙҙәренең уҡыу бинаһы менән таныштырҙы. Бындағы музейға ла инеп сыҡтыҡ. Уҡытыусылар коллективы менән, М. Исҡужинды иҫкә алып, бюстына йолаға ярашлы сәскәләр һалдыҡ. Ошонан һуң сараның төп ҡунаҡтары булған сығарылыш уҡыусыларына ашыҡтыҡ. Яңы ғына ошо балалар беренсе тапҡыр мәктәп ишектәрен асып, ҡыңғырау сыңына белем донъяһына аяҡ баҫҡайнылар. Әле шулай уҡ ҡыңғырау сыңына башланғыс синыфтарҙы тамамланылар ҙа. Беренсе мәктәп менән хушлашыу тулҡынландырғыс та, әҙерәк моңһоу ҙа, шул уҡ ваҡытта ҡыуаныслы ла. Белемле булыуға нигеҙ тап тәүге йылдарҙа һалына. Байрамға йыйылған кескәйҙәр хәҙер уҡый, яҙа, һанай беләләр. Тимәк, артабан уҡыу уларға күпкә еңелерәк һәм ҡыҙығыраҡ буласаҡ. Беренсе уҡытыусылар бер ҡасан да онотолмай. Улар бит һәр баланы үҙенсә яратып, һәр береһен ҙур тормошҡа әҙерләйҙәр. Уҡытыусыларҙың эше шуға күрә ҡыйын һәм яуаплы, тик сығарып ебәргән уҡыусыларының юғары кластарҙа тырышып, матур итеп уҡыуҙары улар өсөн ҙур рәхмәт булыр. Барлыҡ мәктәпте тамамлаусы балаларға аҡ юлдар теләйем.
Күмертау ҡалаһы ҡала округы Советы депутаты Маргарита Моратбаҡыева
Читайте нас