Быйыл һуңғы ҡыңғырау Яҡшымбәт урта мәктәбен 22 уҡыусыһы өсөн сыңланы. Шуларҙың 16 - һы 9 - сы класты һәм 6 - һы 11 - се класты тамамлайҙар. Был тулҡынланғыс байрам бик матур үтте. "Искра" хужалығыбыҙ етәксеһе Рәмил Ғиниәт улы Мостафин, Яҡшымбәт хакимиәтенең эштәр идарасыһы Гөлшат Ахунъян ҡыҙы Бикмаева, мәктәп директоры Аҡһарова Гөлнур Ҡотдос ҡыҙы, уҡытыусылар балаларға йылы теләктәрен еткерҙеләр һәм маҡтау грамоталары менән бүләкләнеләр. Уҡыу алдынғыларын һәм төрлө ярыштарҙа ҡатнашып урын алыусылар дипломдар һәм Рәйсә Ғөбәйҙулла ҡыҙы Дәүләтбаева премияһы менән бүләкләнделәр. Уҡыусыларға башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айҙарова Рузалия Әхмәҙи ҡыҙы бик матур изге теләктәрен еткерҙе. Улар ғаиләләре менән Айҙаров Илнур исемендәге премия булдырғандар һәм бөтә яҡтан да һәләтле булған Бикмаева Айгизә менән Бикмаева Айзиләгә, Исламғолов Илданға тапшырҙы. Ата - әсәйҙәр балаларға һәм уҡытыусыларға йылы теләктәрен еткерҙеләр. Ә инде сығарылыш класс уҡыусылары үҙ теләктәрен, рәхмәт һүҙҙәрен шиғри юлдар һәм күҙҙең яуын алырлыҡ сәскә гөлләмәләре менән еткерҙеләр. Байрам аҙағы иһә, иң тулҡынландырғыс һуңғы ҡыңғырау һәм вальс менән тамамланды. Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!