Мәғариф
29 Мая 2021, 07:06

Гөрләп уҙҙы Һабантуй

Бөгөн РПЛИ йәнә ҡунаҡтар йыйҙы. Унда балалар Һабантуйы гөрләне.

Бөгөн РПЛИ йәнә ҡунаҡтар йыйҙы. Унда балалар Һабантуйы гөрләне.
Матур байрамға мәртәбәле ҡунаҡтар йыйылған, Күмертау ҡалаһы ҡоролтайы рәйесе Әлфиә Шәмиғолова, ҡаланың "Аҡ йылға" йәмәғәт ойошмаһының етәксеһе Марина Сафонова, ҡунаҡтар рәтендә беҙҙә бар.
Лицей директоры Венер Ришат улы Сабанчин байрамды тантаналы рәүештә асҡандан һуң, уҡыу йортоноң алдынғы уҡыусыларын тәбрикләнеләр. Бүләкләү оҙаҡҡа һуҙылды, спорт, фән, мәҙәниәт өлкәһендәге алдынғы балалар һаны шул тиклем күп, хатта алыштарҙан ҡул талды.
Ғәйнетдин Мөхәмәтшин байрамға бағымсылыҡ ярҙамы күрһәткән, Азамат Юлдыбаев та ситтә тороп ҡала алмаған, ул лицейға үҙе эшләгән тирмәһен бүләк иткән икән.
Байрам бик күңелле үтте. Балалар бик күп ыңғай тәьҫораттар алып уҡыу йорттары менән көҙгә тиклем һаубуллашты.
Байрам тураһында тулыраҡ мәғлүмәт гәзиттә сыға.
Читайте нас