Ун уҡытыусы мəктəптə,
Ун уҡытыусы мəктəптə,
Уныһына биш бала.
Əптимəллəштерəлəр бит!
Табырға кəрəк сара.
Ике ҡатлы мəктəп буп-буш:
Туғыҙ синыф - биш бала...
Мəктəп бөтһə, ауыл һүнə,
Тормош кемдəргə ҡала?!
Ни ғəлəмəт, ни күрəбеҙ,
Таптылар бер көн сара:
Əлифба тотоп əбейҙəр
Мəктəпкə китеп бара.
Күрəһелəр ҙə бар икəн,
Быныһы һуң ни ғиллə!
Мəктəп спорт майҙанында
Бабайҙар футбол тибə...
Уйындың ҡыҙған сағында,
Директор бирҙе əмер.
Ҡарттар тигеҙ
сафҡа баҫты
«Уҡырға,- тип,- беҙ əҙер!
Мəктəпте ябырға
бирмəбеҙ,
Əптимəллəштертмəбеҙ!
Əптимəллəштереүсене
Ауылға ла керетмəбеҙ.»
Хəҙер мəктəп гөрлəп тора,
Биш бала, ҡарттар - илле.
...Ашыҡмайыҡ баһаларға:
Кем - аҡыллы, кем - тиле...
Закир ƏКБƏРОВ, Күмертау ҡалаһы