Павловка балаларын уҡытыусылары ҡайғырта белә, кисә улар, күмәкләшеп, Күмертауға барғандар. Кино ҡарарға. Бик һәйбәт йәнһүрәт ҡарағандар (ултырғыстары ҡалай йәтеш, уңайлы), паркта ла уйнағандар. Беҙҙең ҡала халҡы Гагарин паркын әрләп бер була, ауыл балалары өсөн ул бик тә шәп күренгәнсе, Дисней Лендтың үҙендә йөрөгәндәр, әйтерһең. Беҙҙең Павловкала ла ошондай кинотеатр, парк булһа ине, тиешкәндәр.