Яҡшымбәт мәктәбендә электән үк, халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә, тип уҡыталар. Барыһы ла юғары белем алырға ынтыла ынтылыуын, шулай ҙа, тормошта төрлө хәл була, дипломдың ҡыҙылын да кеҫәгә тығып ҡына йөрөгән мәлдәр була - һәр бер уҡыусы тун бесә, уҡ юна белергә тейеш. Әле Яҡшымбәт малайҙары Ырымбур дәүләт университетында эшсе һөнәренә өйрәнеп, ҡулына танытма алған. Хәҙер күңел тыныс, мине эшкә ал тип кабинеттанүкабинетҡа инәлеп йөрөргә кәрәк булмаясаҡ, эш биреүсе үҙе үк "Миңә килегеҙ, һеҙҙең кеүек егеттәр донъяла аҙ хәҙер" тип арттан ҡалмаясаҡ.