Мәғариф
19 Июль 2021, 08:20

МГУ

Ниңә нимәбеҙ бар, барыһын да Мәләүезгә ҡушып бөттөләр ул, тигән һорауҙы күп ишеткән бар. Күмертау - иҡтисади яҡтан ныҡ үҫешкән ҡала, ТОСЭР, ә булғанын тартып алып бөтөп баралар. Почта ҡайҙа - Мәләүездә, соцобес ҡайҙа - ул да шунда, пенсияһы ла шунда китеп барҙы. (Һалым инспекцияһын ғына Ишембайға ебәрҙеләр). Тағы ла бер нәмәбеҙ Мәләүездә - Маяҡ ауылы училищеһы. Был мәшһүр уҡыу йортонда кем генә уҡымаған, байтаҡ ауыл кешеләренә һөнәр биреп, оло тормош юлына баҫтырған уҡыу йорто ул. Күптәрҙең йәшлектәре ошонда үткән, кемдер ошо ятаҡта хатта ҡауышҡан да. 

МГУМГУ
МГУ

Кереп сыҡтыҡ. Бер йән эйәһе юҡ. Тегеләй барып былай килгәс кенә, ятаҡтан берәүҙең башы күренде.
- Фотоға төшөргә ярамай бында.
- Кем әйтте?
- Әллә. Барыбер ярамай.
Ағай асыҡ кеше булып сыҡты, үҙе лә ҡасандыр ошо училищены бөткән икән. Элек бушлай ашата инеләр, хатта кейем дә бирҙеләр. Хәҙер саҡ ҡына стипендия түләйҙәр - шул. Тракторсы, водителгә, умартасыға уҡыталар әле, ашнаҡсы тигән һөнәр ҙә бирәләр. Ветеринар белемен биреүҙе туҡтатҡандар. Домохозяйка тигәнен дә бөтөргәндәр (өйҙә хужабикә булыр өсөн махсус уҡытыу кәрәкмәйҙер, был һөнәргә ҡыҙын әсәһе ғүмере буйы уҡыта, бейем дә ныҡ ярҙам итә). 
Илдә иң ныҡ кәрәккән һөнөрҙәрҙең береһе - тракторсы. Шулай булғас, был училищеға конкурс ҙур булырға тейеш һымаҡ. Космонавҡа алған һымаҡ алырға тейештәр. Ә ысынында... Маяҡ училищеһында уҡығандар элегерәк, ғорурлыҡ менән, уны МГУ ти торғайнылар. Бынан Ломоносовтар сығыуы икеле, әммә механизатор, умартасы һөнәрҙәре беҙҙең өсөн, ысынында, шул бөйөк Архангель мужигына торошло. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас