Ә Керәүлелә өр яңы мәктәп ишектәрен асырға тейеш. Тейеш тигәс тә, әле ул әҙер түгел, 1 сентябргә лә өлгөртә алмаҫтар, уңарсы, былтырғы һымаҡ, Павловкаға йөрөп тора инде балалар.
Яңы мәктәп булғас, балалар майҙансыға ла иҫ китерлек булырға тейеш. Фотолағы проект ана шул майҙансыҡтың проекты. Хаҡы? 600 мең самаһы. Дөрөҫ, балалар уйнар майҙансыҡ тиҙ генә булмаҫ (эшҡыуарҙың саҡ ҡына хәл алыуы кәрәк), шулай ҙа вәғәҙә иткәс, барыбер ул булыр.