Мәғариф
20 Августа 2021, 08:26

Сирена

Бөгөн дә ҡыҙыу көн - районда уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе. Кемде-кемде педагогтарҙы беҙ ныҡ ихтирам итәбеҙ, Цифарлы үҫеш министры Г. Разумикин да, БР Мәғариф министрлығынан да, Зариф Закир улы үҙе лә килгән. 

СиренаСирена
Сирена
Ҡотлау һүҙҙәре, тәбрик-алҡыштар күп булды, алда уҡытыусыларҙы ҙур һынау көтә, шуға мораль яҡтан һәр кеме терәк булырға тырышты. 
Бер нисә кеше республика кимәлендә наградалары таратылды, байтағы рейон хакимиәте бүләген алып ҡыуанды. 
Беҙҙең халыҡ, бигерәк тә, уҡытыусылар - күпте күргән халыҡ, юҡ-бар менән уларҙы өркөтә алмаҫһың. Мәғариф министрлығынан килгән вәкил Лилиә Хәбибуллина трибуна артына менеп баҫам ғына тигәйне - сирена яңғыраны, пожар сиренаһы, һәм ҡот алырлыҡ тауыш менән ҡысҡыра башланы: срочно всем покинуть помещение!!!
Залдағылар ҡымшанманы ла. Ҡобараһы осҡан бер нисә яуаплы кеше генә залдан тороп сапты. Баҡһаң, Йәшлек мәҙәниәт һарайы эсендәге кафенан сыҡҡан икән был михнәт. Береһе бышылданы: мәҙәниәт хеҙмәтҡәренән кемдер асығып киткән дә, кафеға кереп, пирәшки ҡыҙҙырырға булған. Икенсеһе ҡаршы төштө, юҡты һөйләмә, кафе хужаһы күсенеп йөрөй, нимәһендер дөрөҫ шылдырмаған да сирена уйнап ебәргән. Был сирена мәғәнәүи яңғыраны булыр, ялдар үтте, алда мөһим эштәр көтә, әҙер булығыҙ. 
Алдағы уҡыу йылында ундай-бындай хәүеф-хәтәр булмаһын ине, сиреналарһыҙ ҙа мәшәҡәттәр етерлек.  
Был турала тулыраҡ гәзиттә баҫыла. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас