Мәғариф
26 Августа 2021, 12:09

Һайлауҙары ҡыйын икән

"Күмертау БРГИ-һы тураһында яңы хәбәр юҡмы, яҙҙығыҙ-яҙҙығыҙ ҙа оноттоғоҙ, был уҡыу йорто беҙҙең халыҡ өсөн мөһим уҡыу йорто, шуға етәксе булып кем килере барыбыҙ өсөн дә мөһим - караптың капитанынан күп нәмә тора".  БРГИ яҙмышы менән ҡыҙыҡһыныу туҡтамай, беҙ был турала онотманыҡ, унан күҙҙе лә алмай ултырабыҙ, тигәндәй.  Һуңғы яңылыҡтар былайыраҡ.

Һайлауҙары ҡыйын икәнҺайлауҙары ҡыйын икән
Һайлауҙары ҡыйын икән
Урындан, ерле халыҡтан, 3 кандидат "Мин директор булам" тип барған. Ҡайҙа - Өфөгә, Мәғариф министрлығына. Береһе тәпәш, береһе йәп-йәш, береһе пеләш, әйгенәм, тигән кеүек, береһе лә һынауҙы үтә алмаған. Директор һайлауы егет һайлауҙан да ҡыйын икән. 
Аптырап ултыра торғас, бер елле генә кандидат килеп сыҡҡан. Үҙе йәш, ундағы төҫ, ул тауыш, ул буй, ул.... һөйләп кенә бөтөрөрлөк түгел. БРГИ-ның артабанғы үҫеш планын да күрһәткән. Министрлыҡта ултырғандар: был шәп егет тә баһа, планы ла шәп тип маҡтаған... 
Ошо ерҙә етеп торор. Бик маҡталған ҡыҙ туйҙа эште боҙған тигән һымаҡ килеп сыҡмаһын тип, әлегә барыһын да әйтмә торабыҙ. Яңы директор урынына барып ултырып та өлгөрмәҫ, был турала Юшатырҙа уҡырһығыҙ.  
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас