Мәғариф
26 Августа 2021, 08:59

Барыһы ла "бишле"гә булһын!

Ирина Александровна Панькина - Рәсәй юристар Ассоциацияһының Башҡортостан бүлеге рәйесе, Филүс Хамитйән улы Миназов - Башҡортостан Мәғаирф министры урынбаҫары,, Олег Юрьевич Фролов - ҡала башлығы, Николай Сергеевич Черепанов - ҡала Мәғариф идаралығы начальнигы, Фанит Насип улы Моратбаҡиев - Көйөргәҙе районы Советы рәйесе. Былар барыһы ла бөгөн Күмертау уҡытыусыларының август кәңәшмәһе ҡунаҡтары булды.

Барыһы ла "бишле"гә булһын!Барыһы ла "бишле"гә булһын!
Барыһы ла "бишле"гә булһын!

Маҡтау, тәбрикләү, бүләкләүҙәр - ҡәҙимге, кәрәкле эш. Былар менән бер рәттән проблемалар ҙа яңғыраны: кадрҙар менән ҡытлыҡ, мәктәпкә йәштәр бөтөнләй килмәй тиерлек. Был пробелманы нисек хәл итергә төплө генәкәңәш булманы ла, хәйер, кемдән тотоп һорама, береһе лә аныҡ әйтә алмаҫ, ниңә йәштәр мәктәптән ҡасаһығыҙ?  Ситкә уҡырға киткән балаларыбыҙ күберәге Мәскәү менән Питерҙы һайлай икән. Оло ҡала - ҙур мөмкинселектәр тиҙәр, күрәһең.

Әлбиттә, вакцинация тураһында һүҙ айырым булды. Педагогтар вакцинациялауҙа тәүге рәттә барырға тейеш. Үҙегеҙ һалдырҙығыҙ, афарин, башҡаларҙы ла күндәргә кәрәк.
Мөғәллим эше, дәрес бирҙең дә ҡайттың да киттең түгел, тәрбиәүи эшкә ныҡ иғтибар бирергә кәрәк тип тә баҫым яһалды. Педагогтарҙың яңы концепцияһы шуны ҡуша.  
Мәғариф министры урынбаҫары телмәре һуңында ҡыҙыҡ ҡына теләк теләне: һәр уҡытыусы, иртән уяныу менән, хыялланып ятһын - бөгөн кемгәлер 4 билдәһе ҡуйырға кәрәк. Йәғни, мотлаҡ ниндәйҙер уҡыусыны һәйбәт билдәле алырлыҡ итеп эшеңде башҡарырға булһын. 
Ниңә дүртле генә, барыһын да бишле булырлыҡ итеп эшләргә яҙһын. Уңыштар һеҙгә, педагогтар! 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас