Мәғариф
31 Август 2021, 09:34

Башҡаларҙы ҡарап та тормаҫтар

Мораптал яҡтарында тарихи, мәҙәни, иҫтәлекле, күренекле урындар күп. Бына музей, бына клуб, күл, шишмә, һәйкәлдәр.... Ул яҡтарға сәфәр ҡылыр булһағыҙ, хәҙер мотлаҡ Иҫке Морапталдағы башланғыс мәктәпте күрмәй китмәгеҙ - белем ала торған ғына түгел, музей һымаҡ ҡыҙығып, һоҡланып, ә бәлки, көнләшеп тә, ҡарай торған бина ла ул хәҙер. 

Башҡаларҙы ҡарап та тормаҫтарБашҡаларҙы ҡарап та тормаҫтар
Башҡаларҙы ҡарап та тормаҫтар

Әле бында, ремонттан һуң, аҙаҡҡы эштәр бара. Бик шәп мәктәп булмаҡсы: һәр балала ноутбук, һәр бүлмәлә интерактив таҡта, проектор. Дәрес биреп сыҡҡас, уҡытыусының ял итеү бүлмәһе лә замананы яраҡлы итеп йыһазландырылған. Бәләкәс балалар уҡыясаған иҫәпкә алып, мәктәп үҙе хәс балалар баҡсаһы ише, төрлө күңелле төҫтәр менән биҙәлгән, тыштағы спортмайҙансығы... ундай майҙансыҡ беҙҙең районда башҡа юҡ ахры. Ҡыҙыҡ: Башҡортостанда иң шәп башланғыс мәктәп тигән конкурс юҡмы икән? Булһа, Иҫке Мораптал мәктәбе эшләй башлау менән конкурсҡа ебәрергә кәрәк, жюри беҙҙекен күреү менән, башҡа конкурсанттарҙы ҡарап та тормаясаҡ, беренселе. һис шикһеҙ, быларҙа, ваҡытты әрәм итмәйек.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас