

- Август кәңәшәмәһендә иң ҡырҡыу проблема булып – мәктәптә кадрҙар етмәүе әйтелде, йәш педагогтарҙы сыбыртҡылап ҡыуһаң да, мәктәпкә бармай....
- Был беҙҙең иң ауыртҡан ер. Үҙегеҙ ҡарағыҙ: әлеге мәлдә Абдулға информатика, биология, химия уҡытыусылары кәрәк, Бөгөлсәнгә математика, рус теле уҡытыусылары етмәй, Ермолаевоның 1-се мәктәбенә башланғыс класс, рус теле, математика, сит ил теле, физика, информатика, биология, физкультура, музыка уҡытҡандар кәрәк.
2-се мәктәпкә физика уҡытыусыһын 3-сө йыл буйы табып булмай.
Керәүле мәктәбенә химия, физика, Павловкаға сит ил теле, тарих уҡытыусылары кәрәк. Йәш белгес ниңә уҡытырға бармай- аҡсаһы аҙ. Егет йәки ҡыҙ килде ти мәктәпкә, уның ни стажы, ни категорияһы юҡ, ҡулына алған эш хаҡы уҙа барһа, сәғәттәре күп булһа, 20 мең һум самаһы буласаҡ. Уҡытыусы – Хоҙай тарафынан бирелгән һәләт, эшеңде яратмаһаң, мәктәптә эшләп булмай.
- Хәс беҙҙең элекке президент Медведев һымаҡ әйтеп ҡуйҙығыҙ.
- Дөрөҫө шул. Ул бит, аҡса кәрәкһә, бизнесҡа барығыҙ тине. Минең уйымса, педагогия институтын бөткән һәр кеше йүнәлтмә буйынса эшкә ебәрелергә тейеш, ауылға йәш белгес килә икән, уға шунда уҡ миллион һум бирһендәр, торлаҡты мотлаҡ үҙе йәшәгән ерҙән алырға тейеш тигән талап булһын. Биш йыл эшләргә тейеш тигән талап та булһын. Биш йыл эсендә, бәлки, ошо ауылда берәйһен табыр, өйләнер, кейәүгә сығыр, һөҙөмтәлә ауылда тороа ҡалыр. Әле йәш кеше мәктәпкә килһә, директорҙар уны һәпүстекләп, өрмәгән ергә ултыртмай ғына торалар. Эшләһен, ҡасып китмәһен генә. Яҡшымбәткә быйыл бер егет килде, ул тарих фәнен уҡытасаҡ, мәктәп интернатында йәшәйәсәк әлегә. Бер мөғәллимәбеҙ, ошо мәктәпкә килеп, Яҡшымбәттә кейәүгә сыҡты, әлеге йәш егет тә мөхәббәтен ошонда тапһа ине.
- Путин яңыраҡ мәктәп эше белем биреү генә түгел, баланы тәрбиәләү ҙә тип ныҡлы баҫым яһап әйтте.
- Әлбиттә. Беҙ элекке совет системаһына яйлап ҡайтып барабыҙ, шуны һиҙәһегеҙме? Путин ниңә ошолай әйтте? Уның ҡулына тарих китабы килеп эләккән дә, уны уҡығас, сәстәре үрә тора яҙған...
Көйөргәҙе районы мәғариф бүлеге начальнигы Евгения Бочарникова менән әңгәмә тулы вариантта гәзиттә баҫылды.