

Тантаналы һүҙҙәрҙән һуң мәктәпкә үттек. Гел килеп ҡарап йөрөһәк тә, әле мәктәпте тәү күргәндәй һоҡланып торҙоҡ- Мәскәүҙе уҙҙырған былар! Сағыу кабинеттар, өр яңы йыһаздар, тышта балалар майҙансығы (Асҡар Исәт улы, ауыл башлығы, был майҙансыҡ тураһында ныҡ киҫәтте: һаҡлап тотоноғоҙ, ҡәҙерләгеҙ). Видеокүҙәтеү ҙә хатта ҡуйылған, кем керә сыға, барыһы ла күҙ алдында. Бәҙрәф, йыуына торған урын (хатта аяҡ йыуыу ваннаһы бар).... Иҫке Мораптал сабыйҙары бәхетле икән. Улар алтау. Ошо сама ғына уҡыусы уҡыясаҡ быйыл был мәктәптә. Береһе сирләп килә алмай ҡалған. Уҡытыусылары Рәмилә Ҡужаҡова былай ҙа матур кеше, бөгөн айырыуса сибәрләнеп киткәндәй тойолдо: төшкә лә инмәҫ хәл өнөндә бара.
Тулы материал бөгөн гәзиттә баҫылды.