Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Октябрь 2021, 16:38

Һәр саҡ һеҙҙе көтәбеҙ

Күмертау ҡалаһы 3-сө БРГИ-ның хеҙмәткәрҙәре ветерандары һәм хаҡлы ялдағы уҡытыусылары!

Һәр саҡ һеҙҙе көтәбеҙ
Һәр саҡ һеҙҙе көтәбеҙ

Һеҙҙең барығыҙҙы ла Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө айҡанлы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Оло ҡаҙаныштар менән үткән хеҙмәтегеҙ, илебеҙ өсөн башҡарған изге эшегеҙ алдында тәрән ихтирам менән баш эйәбеҙ! Тормошоғоҙ — ватансылыҡ, батырлыҡ һәм бөйөк Тыуған илебеҙгә тоғролоҡ өлгөһө ул. Һеҙ — әхлаҡи ҡиммәттәр һәм йолалар һаҡлаусы, йәш быуын өсөн таяныс һәм яҡшы өлгө, беҙҙең оло терәгебеҙ, шуның өсөн ҙур рәхмәтлебеҙ һәм мәктәбебеҙҙә һәр саҡ һеҙҙе көтөп ҡалабыҙ!
Һау-сәләмәт булығыҙ, ғаиләгеҙҙә именлек, илебеҙҙә тыныслыҡ булһын, һеҙгә оҙон ғүмер, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ.
Иң изге теләктәр менән ҡаланың 3-сө БРГИ хакимиәте һәм коллективы.

Автор: Дим Ильясов
Читайте нас