

Ҡалаға килгәс тә бер нисә мәктәпкә резюме яҙып ҡалдырҙым, өйгә ҡайтып барһам Күмертау ҡалаһының "Перспектива" мәктәбенән шылтыраталар: "Һеҙ 1 "Д" класын алаһығыҙ, сәғәт өстә атай-әсәйҙәр йыйылышы үткәрергә килегеҙ,"- тинеләр. Мин тәүҙә аптырап ҡалдым. Тиҙ генә йыйындым да, мәктәпкә йүгерҙем. Дөрөҫөн әйткәндә, ныҡ ҡаушаным, шулай ҙа үҙемде тәжрибәле, үҙ эшен белгән уҡытыусы итеп күрһәтергә теләнем, атай-әсәйҙәр мине шул тиклем йылы ҡабул итте, улар менән ихлас һөйләшеп, аралашып ултырҙыҡ. Күмертау ҡалаһы, мине ихлас ҡабул итте һәм миңә бында эшләү бик оҡшай.
Тулы материал үткән һанда баҫылды.